+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
3 Сентябрь 2019, 11:30

Башҡортостанда шештәрҙе тиҙ һәм ҡанһыҙ ала башланылар

Республика онкология диспансерында хәҙер шештәрҙе һәм рактың беренсе стадияһы шештәрен тиҙ һәм ҡанһыҙ ала алалар. Был ERBE VIO 300 D заманса электрохирургик блогы арҡаһында мөмкин булды.

Республика онкология диспансерында хәҙер шештәрҙе һәм рактың беренсе стадияһы шештәрен тиҙ һәм ҡанһыҙ ала алалар. Был ERBE VIO 300 D заманса электрохирургик блогы арҡаһында мөмкин булды. 3 млн һум тирәһе торған был аппаратты “Сәләмәтлекте һаҡлау” милли проекты һәм уның төбәк өлөшө – “Башҡортостан Республикаһында онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш” программаһы сиктәрендә һатып алғандар.

Белгестәр электрохирургик блокты ҡуллана башлаған да инде. Республик онкология диспансерының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Адель Измайловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, был аппарат – республикала онкология ауырыуҙарын асыҡлау һәм уларҙы дауалау өсөн эшләнгәндәрҙең бик әҙ өлөшө генә. Онкология ауырыуҙарына ҡаршы көрәш төбәк программаһы сиктәрендә яҡынса 9 млрд һум аҡса бүленә.

“2024 йылға тиклем Республика онкология диспансеры һәм БР ҡалалары һәм райондарын онкология бүлексәләре өсөн компьютер резонанс томографтары, ПЭТ КТ һатып алынасаҡ. Химиотерапия өсөн яңы препараттар, CHECKPOINT-ингибиторҙар һатып алыуға финанслау арта, - тине ул. – Хәҙер беҙҙең пациенттар, бөтә донъялағы кеүек, иң заманса терапевтик препараттар ала”.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: bashinform.ru
Читайте нас: