+13 °С
Облачно
Сәләмәтлекте һаҡлау
31 Декабря 2020, 21:00

Һаулыҡҡа табан – йәйәүләп

Был оло йәштәге ир район үҙәге урамдары буйлап көнөнә ике йөрөп килә. «Миңә өйҙә ултырыуы ауыр, урамға сығыу менән хәл кереп киткәндәй була,-ти Иван Алексеевич Савкин.- Башҡа кешеләргә лә шуны кәңәш итәм – күберәк хәрәкәт итегеҙ. Мин үҙем дә башым ауыртҡанға, быуындарым һыҙлағанға аптырап йөрөй башланым, хәҙер еңелерәк булып китте».
12 ғинуарҙа уға 90 йәш тулды. Юбилярҙы урындағы власть вәкилдәре ҡотланы, президент В. Путиндан ҡотлау асылмаһы бүләк итте. Иван Алексеевич – Савкиндар нәҫеленең иң өлкән вәкиле, уның тормош юлын еңел булған тип әйтеп булмай. Ул – тыл эшсеһе, һуғыш ваҡытында колхозда һабансы булып эшләгән, тыныс ваҡытта – МТС-та, шунан һуң юл төҙөү-ремотлау идаралығында тракторсы, кирбес заводы мастеры булған. Утыҙ йыллап элек ныҡ ҡына ауырыған – инсульт, йылға яҡын дауаханан дауаханаға күсенеп кенә йөрөгән. Яҡшы дауа, туғандарының һәм яҡындарының ярҙамы, табиптарҙың талаптарын етди үтәүе арҡаһында ул терелгән.
Иван Алексеевич 2000 йылда тол ҡалған, быға тиклем ҡатыны фалиж һуғыу сәбәпле, 13 йыл түшәктә ятҡан. Уны күршелә генә йәшәүсе ҡыҙы Наталья менән икәүләп ҡарағандар.
-Мин әле лә табиптарға йыш мөрәжәғәт итәм, - ти әңгәмәләшсем,- йә баш ауырта, йә ҡан баҫымы күтәрелә, медиктарға рәхмәт, ярҙамдарынан ҡалдырмайҙар. Телевизор ҡарайым, хоккей ҡарарға яратам, гәзиттәр уҡыйым. Район гәзитен даими алдырам.
Һәр йәкшәмбе һайын сиркәүгә барам, иртәле-кисле өйҙә доғалар ҡылам. Балаларым Наталья менән Михаилға рәхмәт инде, улар арҡаһында еңел йәшәйем, ҡарайҙар, минең өсөн бөтәһе лә әҙер.
Бына шундай тормошто яратҡан кеше йөрөй көн дә Фёдоровка урамдары буйлап. Ҡулдарына ике таяҡ тотоп Иван Алексеевич үҙ сәләмәтлеге хаҡына атлай бирә, уны ҡошсоҡтар ҙа танып тора, уларҙы ул ҡулынан ашата бит. Ә ул инде быға бала кеүек шатлана, ҡарт кешегә бәхет өсөн тағы ни кәрәк инде?

Читайте нас