+13 °С
Облачно
Сәләмәтлекте һаҡлау
31 Декабря 2020, 21:00

Һауылығығыҙ өсөн был мөһим

Рәсәй Федерацияһы граждандарына бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүҙең, шул иҫәптән диспансерлаштырыу һөҙөмтәһендә төрлө ауырыуҙарҙы асыҡлау һәм профилактикалау, дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә саралар үткәреү ҡаралған.

“Диспансерлаштырыу сәләмәтлекте һаҡлауға булышлыҡ итәме?”-тигән һорау менән “СОГАЗ-Мед”Страховкалау компанияһы” йәмғиәтенең Өфө филиалы директоры Диана Фәрәховаға мөрәжәғәт иттек.

-Диспансерлаштырылыу, ысынлап та, сәләмәтлекте һаҡлауға ярҙам итәсәк. Бөгөн Рәсәйҙә инвалидлыҡ һәм ваҡытынан алда вафат булыуҙарҙың сәбәбе булып артериаль гипертония, йөрәктең ишемик ауырыуы, яман шештәр, шәкәр диабеты, үпкә ауырыуҙары кеүек хроник сирҙәр тора. Һәр кемгә сәләмәтлек күрһәткестәренең нормала булыуына инанырға, ауырыуҙарға, шул иҫәптән нәҫелдән килгәндәренә дусар булыуын асыҡларға кәрәк. Диспансерлаштырыуҙың төп маҡсаты булып тәү сиратта уларҙы профилактикалау тора.

-Граждандар диспансерлаштырыуҙы нисә йыл һайын үтергә тейеш?

Ололар 3 йылға бер мәртәбә диспансерлаштырылырға тейеш. Гражданин тәү мәртәбә 21 йәшендә, артабан 3 йыл һайын ғүмер буйы тикшерелергә тейеш. Диспансерлаштырыу билдәле бер йәшкә еткәс, календарь йылына ҡарап үтелергә тейеш. Йәғни, тыуған көндө көтөргә түгел, ул талап ителгән йәш еткәс үтергә кәрәк.

2017 йылда диспансерлаштырыуҙы 1996, 1993, 1990, 1987, 1984, 1981, 1978, 1972, 1975, 1969, 1966, 1963, 1960, 1957, 1954, 1951, 1948, 1945 1942, 1939, 1936, 1933, 1930, 1927 йылдарҙа тыуған граждандар үтергә тейеш. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларҙың тол ҡатындары, дөйөм ауырыу буйынса инвалидтар һәм башҡа категория граждандары диспансерлаштырыуҙы йәшенә ҡарамайынса, йыл да үтергә тейеш. Диспансерлаштырыуҙы граждандар беркетелгән урындарындағы поликлиникаларҙа үтә. Үҙегеҙ менән мотлаҡ медицина страховка полисы һәм Рәсәй гражданы паспорты булыуы мотлаҡ.

-Башҡортостан Республикаһында былтырғы диспансерлаштырыу һөҙөмтәләре ниндәй?

- “СОГАЗ-Мед” Өфө филиалында теркәлеүсе 353 мең гражданиндың 59 710-ы үтте. Был тикшереү үтергә тейешле граждандарҙың 59% тәшкил итә.

Диспансерлаштырылыу- ирекле эш. Гражданин унан тулыһынса йәиһә, тикшереү программаһына ингән ҡайһы бер медицина тикшереүенән баш тартырға хаҡлы. Әммә, тәү сиратта, сәләмәтлегебеҙҙе хәстәрләү үҙебеҙгә кәрәк булыуын иҫтән сығарырға ярамай.

Әгәр һеҙ “СОГАЗ-Мед”Страховкалау компанияһы” йәмғиәтенең Өфө филиалында страховкаланғанһығыҙ һәм һеҙҙең диспансерлаштырылыу, медицина хеҙмәттәре сифаты буйынса һорауҙарығыҙ бар икән, 8-800-100-07-02 “ҡыҙыу линия” (бушлай) йәиһә (347) 250-26-11 телефондары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.

Читайте нас