-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
2 Апрель 2021, 09:37

Стәрлетамаҡта сәләмәт туҡланыу буйынса әңгәмәләштеләр

Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы, шулай уҡ «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлелек» федераль программаһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡала ирекмәндәре һәм студенттары өсөн онлайн форматта лекция үткәрҙе.

Табип гастроэнтеролог, профилактика бүлеге мөдире Елена Барабаш һәм диетик сестра Лилиә Викторова лекцияны сәләмәт рациональ туҡланыуға бағышланы. Табиптар сәләмәт, сифатлы һәм хәүефһеҙ туҡланыу нигеҙҙәре тураһында һөйләне.
Лекцияла 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә планлаштыралар. Киләһеһе апрелдә ойоштороласаҡ.
#МәғарифМиллиПроекты
#СоциальӘүҙемлелекПрограммаһы
#СәләмәтТуҡланыу
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://www.sterlitamakadm.ru/adm/
Читайте нас: