-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлекте һаҡлау
12 Апрель 2021, 09:35

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы медицина яғынан тәьмин итеү – һаулыҡ һаҡлау тармағының мөһим мәсьәләһе

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһының 7 Балалар стоматологик поликлиникаһы табиптары һирәк осрай торған ауырыу – буллез эпидермолиз менән сирле балаларға ярҙам итеүҙе ойоштороу мәсьәләһен ҡарай.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһының 7 Балалар стоматологик поликлиникаһы табиптары һирәк осрай торған ауырыу – буллез эпидермолиз менән сирле балаларға ярҙам итеүҙе ойоштороу мәсьәләһен ҡарай. Эш Республика клиник балалар дауаханаһы һәм «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» Социаль технологиялар үҙәге менән берлектә алып барыла.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова был дауахана табиптарының бындай балалар менән эшләү тәжрибәһе булыуын билдәләй.
-Ошо айҙа Ялта ҡалаһында Балалар стоматологтары халыҡ-ара конгресында ҡатнаштыҡ. Иҙел буйы федераль округының баш балалар стоматологы Әлфиә Хәмәҙиеванан стоматологик ярҙамды ойоштороу буйынса консультация алдыҡ. 2021 йылдың майында Мәскәү ҡалаһында Үҙәк стоматология фәнни-тикшеренеү институтында махсуслаштырылған уҡыу ҡаралған, - тине ул.
Яҡын арала балалар менән эш һәм беренсел тикшереүҙәр башланасаҡ.
#ҺаулыҡҺаҡлауМиллиПроекты
#БалаларСтоматологияһы
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/
Читайте нас: