+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфө стоматологтары күбәләк-балаларға стоматологик ярҙам күрһәтергә өйрәнә

Өфөлә «Күбәләк-балалар» фондының белем биреү программаһы сиктәрендә республика стоматологтары өсөн белем биреү семинар-практикумы башланды. Саралар «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелә.

Бындай балаларҙа кариес башҡа балаларҙағы кеүек үк була, тик уларҙы һәр стоматолог дауалай алмай. Ауыҙ ҡыуышлығы тиҙ йәрәхәтләнеүсән булғанға, табиптан махсус техникалар һәм ауыртыуҙы баҫыу алымдарын белеү талап ителә. Әлеге ваҡытта тештәрен дауалау өсөн күбәләк-балалар Башҡортостандан башҡа ҡалаларға һәм хатта сит илгә барырға мәжбүр.
Өфө стоматологтарын бындай махсус эш алымдарына өйрәтеү был балаларға стоматологик ярҙам алыуҙы еңеләйтергә ярҙам итәсәк.
#ҺаулыҡҺаҡлауМиллиПроекты
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/
Читайте нас: