Федоровка районының Үрге Яуыш ауылында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә яңы, заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөй башлағандар.
-Уны һалҡындарҙа ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөп була. ФАП бөтә стандарттарға һәм санитар нормаларға яуап бирәсәк. Унда йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, канализация буласаҡ, әҙ хәрәкәтләнеүсе граждандар өсөн пандустар урынлаштырыласаҡ, - тип һөйләй Үрге Яуыш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Владик Дашкин.
Яңылыҡ сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/
Фото Федоровка районы хакимиәте башлығының социаль селтәрҙәрҙәге битенән.