-3 °С
Ҡар
Рәсәйҙә коллектив иммунитет кимәле 90 процентҡа етергә тейеш. Был турала ил президенты Владимир Путин белдерҙе, тип яҙа ТАСС.
Путин Рәсәй Ҡулланыусылар күҙәтселеге башлығы Анна Попованан әлеге ваҡытта иммунитет кимәле тураһында һораны. Баш санитар табип уның әлегә 60 процент тәшкил итеүен әйтте.
Шулай уҡ Попова Рәсәйҙең Көньяҡ Африка Республикаһында коронавирустың омикрон штамын өйрәнгән берҙән-бер ил булыуын да билдәләне. Был республика буйынса фекер йөрөткәндә, вирустың яңы варианты булғанда ауырыу күпкә еңелерәк үтә. Әйткәндәй, Көньяҡ Африкала халыҡтың уртаса йәше 30 йәш.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/