-3 °С
Ҡар
«Спутник V» Рәсәй вакцинаһы менән коронавирустың омикрон штамын нейтралләштереү кимәле бик юғары. Был турала Рәсәй президенты Владимир Путин белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
Дәүләт башлығы һөйләүенсә, Гамалея исемендәге үҙәк етәксеһе Александр Гинцбург уны үткәрелгән тикшереүҙәргә ярашлы «Спутник V» вакцинаһының омикрон штамын нейтралләштерәсәгендә ышандырған.
17 декабрҙә Путин коронавирустың омикрон штамының тиҙ таралыуы тураһында иҫкәрткәйне. Шул арҡала ул рәсәйлеләрҙе яңы йыл байрамдарында белгестәрҙең тәҡдимдәрен үтәргә саҡырҙы.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Christoph Hardt / Globallookpress.com