-3 °С
Ҡар
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда медицина учреждениеларын заманса йыһаздар менән тәьмин итеү дауам итә. Шулай, Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһы ПЦР-тестарҙы сифатлы үткәреү өсөн Applied Biosystems QuantStudio 5 йыһазын алды.
Прибор үҙен дауахананың клиник-диагностик лабораторияһында уңышлы күрһәткән дә инде. Яңы йыһазда алты меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. Система ысынбарлыҡ ваҡыт режимында эшләй, үҙендә ҡулланыуҙың ябайлығы менән бер рәттән максималь контролде тәьмин итеүсе ҡеүәтле мөмкинлектәр берләшкән.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/