Рәсәй һәм Европа союзы араһында коронавирусҡа ҡаршы вакциналарҙы һәм сертификаттарҙы үҙ-ара таныуҙың булмауы бизнес тармағында контакттарҙы әүҙемләштереүгә алып бармай. Был турала Рәсәй президенты Владимир Путин Италия эшҡыуарҙары менән әңгмәһе барышында белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.
Дәүләт башлығы вакциналарҙы үҙ-ара таныу буйынса эштең дауам итеүен, әммә уның әлегә тамамланмауын билдәләй.
Быға тиклем Гамалея исемендәге үҙәк башлығы Александр Гинцбург Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттарының коронавирусҡа ҡаршы «Спутник V» вакцинаһын инспекциялау өсөн Рәсәйгә яҡын арала уҡ килергә мөмкинлектәре тураһында белдерҙе. Ғинуар башында Дарыу саралары Европа агентлығы Рәсәй препаратының етештереү стандарттарын танып, уға уңай һөҙөмтә бирҙе.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости