«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы ЭКГ-ны теркәү һәм дистанцияла тапшырыу өсөн 10 дана электр кардиография модулле системалар алды.
Телемедицина электр кардиографының (кардиологик теркәүсенең) ЭКГ-тикшеренеүҙәрҙе электрон почта буйынса тапшырыу мөмкинлеге бар. Табиптар теле-ЭКГ ярҙамында кардиограмманы тиҙ ярҙам машинаһында ук төшөрөп, уны консультациялар өсөн белгестәргә ебәрә ала. Был миокард инфарктына шик булғанда һәм башҡа хәүефле хәлдәрҙә пациенттарға квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тиҙләтергә ярҙам итә. Шулай уҡ «Пациенттар - тикшеренеүҙәр» мәғлүмәттәр базаһында электрокардиографияларҙың һанлы яҙмаларын һаҡларға, бер пациенттың төрлө яҙмаларын ҡарарға һәм анализларға мөмкин.
Яңылыҡ сығанағы: https://kigi.bashkortostan.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/310287