+25 °С
Облачно
Сәләмәтлекте һаҡлау
23 Сентября 2022, 03:58

Өфө дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары алды

Башҡортостан Республикаһы Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына яңы компьютер томографы ҡайтарылды.

Өфө дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары алдыӨфө дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары алды
Өфө дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары алды

Башҡортостан Республикаһы Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһына яңы компьютер томографы ҡайтарылды. Был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш» программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.

Яңы ҡорамалды ҡуйыу ҡан тамырҙары үҙәген проектлағанда планлаштырылғайны.

21-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары билдәләүенсә, яңы томограф - ысын мәғәнәһендә универсаль инструмент, ул дауаханаға тикшеренеүҙәрҙең киң спектрын башҡарырға ярҙам итәсәк.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/318885

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас