-3 °С
Ҡар
21 сентябрҙә «Толпар» күсмә стоматология комплексы «Сәләмәтлек һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Бөрө ҡалаһында эш сәфәре менән булды.
Өфөләге 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре – дауалау-хирургия бүлексәһе мөдире Наталья Абдуллина һәм табип-стоматолог Александр Багурин - балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте.
«Толпар» күсмә стоматология комплексында стоматология тикшеренеүе үткәрелде һәм балалар дауаланды, улар араһында етемдәр һәм ауыр тормош хәлендә ҡалғандар ҙа бар ине.
Тәрбиәләнеүселәр ҙур теләк менән комплекста тештәрен дауаланы.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/?cid=4&id=71007