-3 °С
Ҡар
21-се ҡала клиник дауаханаһына яңы ҡиммәтле медицина ҡорамалдары ҡайтарылды. Был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш» программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
SOMATOM go заманса компьютер томографы бөтә яңы программалар менән йыһазландырылған һәм йөрәк-ҡан, шулай уҡ нейро-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын тәүлек әйләнәһенә диагностикалау мөмкинлеге бирә. Тикшереүҙең уртаса дауамлылығы - 5-10 минут, ҡеүәте - тәүлегенә 130 кешегә тиклем.
Яңылыҡ сығанағы: https://health.bashkortostan.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/330319