+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Март 2017, 13:57

Шундай һөнәр бар - Тыуған илде һаҡлау

Балыҡлы мәктәбендә илһөйәрлек рухында тәрбиә биреү айлығы сиктәрендә 17 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған күңелгә ятышлы сара үтте.

Тәүҙә тарих уҡытыусыһы А.Й. Хәбибуллин йыйылыусыларға был байрамдың барлыҡҡа килеүе хаҡында бәйән итте. Бшланғыс синыф уҡыусылары йырҙар башҡарып ҡыуандырҙы. 6 синыф уҡыусылары күңелгә үтеп инерлек көй аҫтында “Үлемһеҙ полк” фотолары менән үтте. Хәлитова Гөлназ тимурсылар башҡарған эштәр хаҡында һөйләне.

Сараға Ватан алдындағы бурыстарын намыҫлы башҡарыусылар саҡырылғайны. Улар- Тимерҡаҙыҡ Ибрай улы Әхмәров, Виктор Афанасьевич Веселов- Хәрби-диңгеҙ флотында, Ринат Мәхмүт улы Ғибаҙуллин ракета ғәскәрҙәренә хеҙмәт иткән.

Тимерҡаҙыҡ Ибрай улы һыу аҫты атом кәмәһендә дүрт йылдан ашыу хеҙмәт иткән. Ул “К-3 Ленинский комсомол” кәмәһендә 300 метр тәрәнлеккә төшөүҙәре, Төньяҡ Боҙло океандың боҙҙары аҫтынан Төньяҡ полюсҡа походтары хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.

Виктор Афанасьевич “С-198” дизелле һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән. Мотористар командаһы старшинаһы булған. 3,5 йыл хеҙмәт иткән ваҡытында Тымыҡ океанды арҡырынан- буйына үткән, Камчатка, Совгавань, Владивосток порттарында бер нисә мәртәбә булған. Әле запастағы өлкән мичман, БР Диңгеҙ Йыйылышы Фёдоровка районындағы рәйесе булып тора.

Ринат Мәхмүт улы мәктәптә уҡығанда уҡ хәрби булырға әҙерләнгән. Мәктәпте тамамлағас, Рига хәрби училищеһына уҡырға ингән. Иркутск өлкәһендә хеҙмәт иткән. Ике мәртәбә Төньяҡ-Кавказ төбәгендә командировкала булған. Уларҙың 2700 метр бейеклектәге тауға менеүен уҡыусылар иҫе китеп тыңланы. Бының өсөн күпме көс, физик әҙерлек кәрәк. Әле запастағы подполковник, Фёдоровка районында хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәтселеге рәйесе.

Яугирҙәрҙең һәр ҡайһыһы хеҙмәттәренән һуң да намыҫлы тормош юлы үткән. Һәр береһе аҙҙан башлап, юғары дәрәжәләргә ирешкән. Улар үҫеп килеүсе быуын өсөн өлгө булып тора.

Осрашыу аҙағында уҡыусылар уларға һорауҙар бирҙе һәм иҫтәлеккә сигелгән ҡулъяулыҡтар бүләк итте.

Читайте нас: