-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
19 Сентябрь 2017, 14:37

Йәрминкә - көҙгө муллыҡ байрамы

Уҙған ял көнөндә Фёдоровка үҙәгендә үткән ауыл хужалығы йәрминкәһенә үҙ продукцияһын һатыуға халыҡ күпләп йыйылғайны. Һәр кем күңеленә оҡшаған тауарҙы һатып ала алды.Сентябрҙең шәмбе иртәһе аяҙ, ҡояшлы ине. Һатып алыусылар ашыҡмайынса ғына сауҙа рәттәре буйлап йөрөнө. Дәртле көйҙәр кәйефте тағы ла күтәрҙе.

«Бөтәһе лә 20-шәр һумдан» йәшелсәләрҙе теләп алдылар.
«Бөтәһе лә 20-шәр һумдан» йәшелсәләрҙе теләп алдылар.
Уҙған ял көнөндә Фёдоровка үҙәгендә үткән ауыл хужалығы йәрминкәһенә үҙ продукцияһын һатыуға халыҡ күпләп йыйылғайны. Һәр кем күңеленә оҡшаған тауарҙы һатып ала алды.

Сентябрҙең шәмбе иртәһе аяҙ, ҡояшлы ине. Һатып алыусылар ашыҡмайынса ғына сауҙа рәттәре буйлап йөрөнө. Дәртле көйҙәр кәйефте тағы ла күтәрҙе.

“Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәтенең палаткаһынан килгән тәмле шәшлек еҫе барыһын да йәлеп итте. Бында икмәк, бәлештәр, ыҫланған тауыҡ ите һатып алырға мөмкин ине.

“Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәте ҡаҙ ите продукттарын һатты. Ерек ботаҡтарында ыҫланған тауыҡ ите шунда уҡ һатылып бөттө. Һатыусылар продукцияларын маҡтап, тәмләп ҡарарға тәҡдим итте. Предприятие реклама сифатында ситлектәрҙә төрлө йәштәге һәм тоҡомло ҡаҙҙарҙы килтергәйне. Ике айлыҡ бройлерҙар тиҙ арала һатылып бөттө.

ШЭ Голенастовтар тауарҙарына реклама эшләп, һатыусыларҙы саҡырып торҙо. Уларҙың продукцияһы өс өҫтәлгә теҙелгәйне. Ихтирамлы хеҙмәтләндереү, сифатлы аҙыҡ-түлек ауыл халҡына оҡшаны. Иген, бойҙай, ҡатнаш мал аҙығы күп һатылды. Халыҡ эшҡыуарҙарҙан балыҡ, ит, йәшелсә-емеш һатып алды.

Балдан башҡа ниндәй йәрминкә булһын инде! Был татлы продукцияны Дедово, Үрге Яуыш, яҡындағы Гавриловка, Бала Сытырман, Кирюшкин һәм Батыр ауылдарынан алып килгәйнеләр.

Хужабикәләр ихаталарында үҫтергән йәшелсәләр, һөт, май, ҡорот, сусҡа майы, һарымһаҡ, һуған һатты.

Шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарҙа үҫтерелгән йәшелсәләр ҙә тиҙ арала һатылды. Балыҡлынан Йәғфәр Биктимер улы Фәтҡуллин кәбеҫтә алып килгәйне. Гончаровканан шәхси эшҡыуар В.В. Ветров кишер, һуған, сөгөлдөр һатты. Бөтә йәшелсәләр ҙә тоҡтарға һалынған, был һатып алыусылар өсөн бик тә уңайлы булды. Ҡораласыҡ ауылынан килтерелгән кишерҙе халыҡ үтә лә маҡтаны (ир исемен әйтергә теләмәне). Фёдоровканан һәм Покровканан баҡсасылар һатыуға картуф килтергәйне.

Теләге булғандар йәрминкәлә һыйыр малы, һарыҡ, сусҡа ите һатып ала алды. Район ветеринария станцияһы белгесе Лена Ибраһимова иртүк сауҙа рәттәре буйынса үтеп, иттәргә келәймә һуҡты.

“Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы”нан балыҡ бер сәғәт эсендә һатылып бөттө. Һатыусы эҫе һауа торошо арҡаһында балыҡты әҙ алып килеүҙәрен аңлатты. Боҙолор, тип ҡурҡҡандар.

Күптәрҙең күңеленә хуш килгән “Хәйерле иртә» брендлы исеме аҫтындағы һөт продукцияһын “Азат” йәмғиәте (“Регион-Сервис” йәмғиәте) тәҡдим итте.

Оҫта хужалар йәрминкәлә ҡулай хаҡҡа сусҡа бәрәстәре, быҙауҙар, тауыҡ, өйрәктәр һатып алды. Сауҙа рәттәрендә улар өсөн мал аҙығы ла һатып алырға мөмкин ине. Ключевканан КФХ башлығы Рощупкиндың һолоһо шунда уҡ һатылып бөттө. “Бөркөтлө” предприятиеһы (Гончаровка) һәм М.В. Фрунзе ис. кооператив (Динес) бойҙай һәм арыш һатты. “Азат” йәмғиәтенең пресланған һаламы тәгәрмәстән төшмәйенсә лә һатылып бөттө.

В. Митрофанов теләге булған баҡсасыларға тиреҫ һатты, бушлай итеп тә бирҙе. Һатыуға утын әҙерләп өлгөрмәгән икән. Заказдары күп булған. Миәкәнән эшҡыуарҙар ғаиләһе хризантема һәм баҡса еләге үҫентеләрен алып килгәйне.

Сауҙа оҙаҡ барманы. Кешеләр йәрминкәнән ҡәнәғәт ҡалды. Күптәр районда бындай сара тағы үткәрелһен, тағы ла күберәк эшҡыуарҙар, фермерҙар килһен, тигән теләктә ҡалды.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.

Читайте нас: