Советтар Союзы Геройы Н.Т. Антошкин исемендәге Кузьминовка ауылы мәктәбе - муҡшы теле уҡытылған берҙән-бер мәғариф усағы. Ул шуның менән уникаль һәм байрамда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте.
Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, тәмле ҡоймаҡ, бал һәм милли эсемлек-поза менән өс милләт һылыуы- рус, башҡорт һәм муҡшы ҡыҙҙары- ҡаршы алды.
Артабан мәртәбәле ҡунаҡтар мәктәп музейы буйынса мауыҡтырғыс экс-курсияла булды. Бүлмәлә экспозициялар айырым блоктар һәм темалар буйынса урынлаштырылған. Делегаттарҙы бигерәк тә мордва өйө ҡыҙыҡһындырҙы. Унда йорт йыһаздары, милли кейемдәр, эш ҡоралдары һ.б., шулай уҡ муҡшы йолалары һәм традициялары яҙылған материалдар ҡуйылғайны. Бынан тыш, экскурсанттар Кузьминовка ауылы тарихы менән танышты, билдәле яҡташыбыҙ-Герой Н.Т. Антошкин тураһында белде. Мәктәптә элек эшләп килгән пионер һәм комсомол ойошмаларының, ауылдың алдынғы хеҙмәткәрҙәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, ветерандары, хеҙмәт ветерандары, педаготар мөйөштәре ҡуйылғайны.
Ҡунаҡтарҙы йыйылған музей экспонаттары, балаларҙың кесе тыуған илдәре хаҡындағы белеме таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ мәктәп коридорындағы муҡшы телендәге стендтар ҙа иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте.
проблемалар тураһында барҙы
Район хакимиәтенең ултырыштар залында отчет-һайлау конференцияһы булды, унда республиканың 12 районынан һәм дүрт ҡалаһынан делегаттар ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов йыйылыусыларҙы йылы сәләмләне. Район тураһында һөйләне, уның иҡтисади хәле менән таныштырҙы, милли составын атап үтте. Республика Башлығы Хакимиәтенең милли сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлеге мөдире урынбаҫары И. Н. Ханов ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт белдереп, Кузьминовка мәктәбенә сәфәрҙән тәьҫораттары менән бүлеште һәм БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе В.А. Нагорныйҙың конференция делегаттарына сәләмләү телмәрен уҡып ишеттерҙе.
Конференцияның почетлы ҡунағы, Мордва (муҡшы, эрзя) халҡы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Н.П. Огарев исемендәге Мордва Дәүләт университетының филология факультеты деканы Ю.А. Мишанин үҙе етәкләгән йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлегендә ҡыҫҡаса туҡталып китте. Уның тәҡдиме буйынса конференцияла ҡатнашыусылар республиканың элекке йәмәғәт ойошмалары етәкселәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
“Телебеҙҙең үҫеше, тарихи хәтере һәр кемгә бәйле. Үҙ тамырыңды, телеңде белергә, иҫтә тоторға һәм тормош юлын башҡа халыҡтар менән бергә үтергә кәрәк”, -тип тамамланы ул сәләмләү һүҙен.
Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто эшмәкәрлеге тураһында Дуҫлыҡ йортоноң методика эшен ойоштороу бүлеге начальнигы Ф.Ф. Ямалетдинов бәйән итте һәм Ю.Н. Герасимоваға БР Халыҡтар ассамблеяһы етәксеһе З.Й. Рәхмәтуллинанан сәләм хаты тапшырҙы. Шунан конференцияла ҡатнашыусыларға татар, сыуаш, төркмән, әрмән, дағыстан һәм Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтарҙың йәмәғәт ойошмалары рәйестәренең видеосәләмдәре күрһәтелде. Рустар соборынан сәләм тапшырылды. Район татарҙарының милли- мәҙәни автономияһы исеменән рәйесе С.Р. Хәйбуллина сығыш яһаны.
Шунан делегаттар конференцияның эшсе органдарын- иҫәп, мандат, редакция комиссияларын, секретариат, конференция рәйесен һайланы.
“БР мордва милли-мәҙәни үҙәге” йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Ю.Н. Герасимова доклад менән сығыш яһаны. Морд-валар ҡатнашҡан күп төрлө төбәк-ара һәм республика сараларын атап, Юлиә Николаевна хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙә туҡталып китте. Шуларҙың береһе- билдәле мордва шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү. Мәҫәлән, әҙәби эштәр конкурстары үткәреү, киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләр баҫтырыу, юбилей сараларын ойоштороу. Шулай, йыл да үткәрелгән “Юртов уҡыуҙары”н Фёдоровка китапханаһы ҡарамағындағы БР мордва халҡы менән эшләү буйынса сектор үткәрә алыр ине. Мордва теле уҡытыусылары “Иҙел- бөтә донъя йылғаһы” фестивалендә ҡатнаша ала.
Бергәләшеп хәл ителергә тейешле проблемалар ҙа юҡ түгел. Йәштәр араһында мордва телен белмәгәндәр байтаҡ, ҡала мәктәптәре уҡыусыларының 90 проценты туған телдәрендә һөйләшмәй. Был проб-леманы хәл итеүҙә мәктәптең роле иң ҙуры. Ун йыл элек мордва телен республиканың- 12, әле тик алты мәктәбендә генә уҡыталар. Туған телде өйрәнеү ваҡыт та, түҙемлек тә талап итә. Ата-әсәләргә өйҙәрендә балалары менән туған телдәрендә аралашырға кәрәк.
Республикала мордва милләтле 20 мең кеше йәшәй, күпселеге- ҡала халҡы. Ә ҡалала туған тел тиҙерәк онотола һәм ҡулланыуҙан сыға. Шуға ла йәмәғәт ойошмаһының эшләү өсөн мөмкинлеге ҙур. Инициативалы төркөмдәр ойоштороу өсөн мордва йәштәрен йәлеп итергә, турпоходтар үткәрергә, башҡа төр саралар ойошторорға, социаль селтәрҙә туған телдә аралашырға кәрәк.
“МНКЦ БР” йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Ю.Т. Сергеев Ю.Н. Герасимованың докладын тулыландырҙы һәм эштең нисек башланыуы хаҡында бәйән итеп, 1990 йылғы видеохроника кадрҙарын күрһәтте.
Бишбүләк районы Каменка ауылынан И.П. Шишкина докладын үҫеп килгән быуынға бағышланы. Рус һәм мордва телдәрендә лә һөйләне, туған телдә һөйләшеп, балаларҙы кесенән халыҡ йолаларына, уйындарына, йырҙарына йәлеп итеү, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү зарурлығы тураһында белдерҙе. Эстафетаны мәктәп уҡытыусылары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дауам итә. Мәктәптә мордва телендә гәзит сығарыла, мордва ижады, ғәмәлдәре музейы ойошторолған, туған телдә шиғырҙар уҡыу конкурстары үткәрелә.
Стәрлетамаҡ күп профилле колледж студенты А.А. Киперова уҡыу йортоноң мордва бүлексәһе ойошторолоу осоро, студенттарҙың республика һәм төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашыуы, Стәрлетамаҡ-Саранск беренсе видеоконференцияһы, “Ашо килейне” ансамбле эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Әле уҡытыусылар һәм студенттар яңы йүнәлеш өҫтөндә эшләй: шәжәрәләрҙе өйрәнеү аша телде һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, онотолған әҙәбиәтте, ғаилә альбомдарын өйрәнеү буйынса конкурстар.
Йәрмәкәй районының мордва милли-мәҙәни үҙәге рәйесе А.Н. Головин оптималләштереү арҡаһында мәктәптәрҙең ябылыуы хаҡында борсолоп һөйләне. Балалар төрлө мәктәптәрҙә белем ала, бөтәһендә лә мордва телен уҡытмайҙар. Александр Николаевич шуға бәйле һәр районда мордва телен өйрәнеү буйынса мәктәп базалары булдырыу тәҡдиме менән сыҡты.
Залда ултырыусылар мордва теле буйынса әсбаптарҙың етмәүе буйынса һорауҙар бирҙе. Делегаттарҙың береһе “Урал-батыр” эпосы конкурсын башҡорт телендә генә түгел, мордва телендә лә үткәрергә тәҡдим итте.
Артабан конференцияла ҡатнашыусылар иҫәп, мандат һәм ревизия комиссиляры рәйестәренең докладтарын тыңланы һәм раҫланы. Йәмәғәт ойошмаһы Уставына федераль законға ярашлы үҙгәрештәр индерелде. Делегаттар бер тауыштан Юлиә Николаевна Герасимованы “МНКЦ РБ” йәмғиәте рәйесе итеп һайланы, 19 кешенән торған ойошма советы, ревизия комиссияһы һайланды һәм резолюция ҡабул ителде.
Конференциянан һуң үткән йәмәғәт ойошмаһы советының тәүге ултыршында Сергееев Юрий Геннадьевич уның рәйесе итеп һайланды.
Райондың милли ансамблдәре мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Мәҙәниәт йорто алдында моңло йырҙар менән ҡаршы алды. Был осрашыу йылы мөхиттә үтте. Делегаттар яңы бешкән ҡоймаҡтан, сәк-сәктән, ҡымыҙҙан, һыранан, хуш еҫле икмәктән ауыҙ итте. Артабан барыһы ла оҫталар йәрминкәһенә саҡырылды.
Район мәҙәниәт йорто фойеһында урынлашҡан халыҡ оҫталары эштәре күргәҙмәһе буйлап экскурсияны Надежда Ветрова үткәрҙе.
Эшһөйәр көршәксе Горшечниковтар хаҡында Зинаида Пирковская бәйән итте. Раиса Барышникова ҡыҙыҡлы шәжәрә тәҡдим итте. Был нәҫел кешеләре оҫта тимерселәр, балта оҫталары һәм умартасылар булған. Муҡшы халҡының традицияларын кузьминовкалар әле булһа һаҡлап килә. Улар кәләштең буласаҡ тормош иптәшенең туғандарына биҙәүестәр әҙерләү йолаһын күрһәтте. Блинниковтар хуш еҫле икмәк һәм ҡабарып бешкән ҡоймаҡ ҡойоу серҙәренә эйә һәм уны һаҡлап килә.
Районыбыҙҙың оҫталары Мортаза Солтанғолов, Хәлисә Багаева, Фәриҙә Хөсәйенова, Кәшифә Абдуллина үҙенсәлекле ҡул эштәрен күрһәтте.
Төрлө техника менән башҡарылған картиналарын (майлы буяуҙар, мулинә, төймә, таҫма менән сигеү) Рәфис Вәлитов, Алексан-дра Белякова, Лариса Сиднева алып килгәйне.
Барыһы ла Алешкин оҫталары алып килгән быҡтырылған сәйҙе тәмләп ҡараны, Людмила Данилованың (Новоселка) кәләш бирнәһе- йөн юрған, ә Вера Петрованың (Кирюшкин) сыуаш баш кейемдәрен эшләүен мауығып ҡараны. Фёдоровка балалар-үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенә йөрөүсе йәш оҫталар матур ҡул эштәрен күрһәтте.
Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк һәм Шишмә райондарынан килгән оҫталар сәйлән менән үреү, сигеү эштәрен, бөтөүҙәрен күрһәтте.
Байрам программаһын асыу тантанаһы бик матур булды. Сәхнәлә Ер йөҙөндә мордва халҡының барлыҡҡа килеүе күрһәтелде. Бейеү коллективының ҡулындағы сәскә атҡан алмағас ботаҡтары сағыу биҙәк булды. Залда ултырыусылар тамашаны ихлас ҡараны, “Килейне” ансамбле башҡарыуында “Умарина” йырын, солистар Н. Буркинаның, И. Васильеваның, В. Мингалевтың һәм Н. Батраеваның сығышын яратып тыңланы. Дорамо тигән музыка ҡоралы халыҡты байрамға әйҙәне.
Мордва мәҙәниәтен тергеҙеү тарихын, барышын, БР-лағы мордва хәрәкәте хаҡында тамашасылар “Мордва. 300 лет в созвезди курая” китабының исем туйында белде.
Был сағыу байрам ҡунаҡтарын һәм федоровкаларҙы район хакимиәте башлығы В. Насретдинов йылы сәләмләне. Ул фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Федоровка ерендә ҡаршы алыуҙың почетлы булыуын билдәләне. Нәҡ федоровкалар- мордва мәҙәниәтен тергеҙеүҙе башлаусылар. Беҙҙең иңдә уны һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү бурысы тора. Был уңайҙан районда ҙур эш башҡарыла. Фекерҙәштәр даирәһе йылдан-йыл киңәйә.
Венер Фәрит улы мордва халҡы мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлау эшендә әүҙем ҡатнашыусыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын, грамоталарын тапшырҙы. Ирле-ҡатынлы Батраевтар, “Заготбытсервис” йәмғиәте директоры Василий Сайкин да Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
БР мәҙәниәт министры урынбаҫары В. Латипова сәләмләү телмәрен уҡыны. Ул район хакимиәте башлығы В. Насретдиновҡа, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Б. Сиразетдиновҡа рәхмәт белдерҙе, Н.В. Ветроваға һәм Н.И. Батраевҡа грамоталар тапшырҙы. Мордва халҡының милли традицияларын һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән тос өлөштәре өсөн Марина Васильева менән Надежда Зуенкова Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Мордва (эрзя, муҡшы) Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, профессор Юрий Мишанин ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. Мордовия мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары менән Юрий Ильин һәм Булат Сиразетдинов бүләкләнде. Мордва халҡының телен, традицияларын, мәҙәниәтен һаҡлағаны өсөн уҡытыусылар Мария Нугаева менән Ирина Балянова Мордовия Республикаһының Мәғариф министрлығы Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
“МНКЦ РБ” йәмғиәте рәйесе Юлиә Герасимова барыһын да тарихи ваҡиға- мордва үҙәгенең 20 йыллығы менән ҡотланы. Район башлығына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе, берҙәм эш артабан да дауам итһен, ә Фёдоровка ере Башҡортостандың матур һәм күп милләтле мордва баш ҡалаһы булып ҡалһын, тигән теләк белдерҙе. Был әһәмиәтле ваҡиға концерт менән тамамланды. Мордовияның атҡаҙанған артисы Оксана Глебова, Рәсәйҙең һәм Мордовияның халыҡ артисы Александр Куликов үҙ сығыштары менән тамашасыларҙың күңелен арбаны.
Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА, Светлана ЗАЙЦЕВА,