Оло йәштәгеләрҙе район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов йылы ҡотланы. Ул инәйҙәргә, бабайҙарға хәстәрләйәсәктәрен, иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡтарын вәғәҙә итте, районда өлкән йәштәгеләргә ярҙам күрһәтеү буйынса алып барылған эштәр тураһында һөйләне. Район тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ауыл кешеләре бүләктәргә лайыҡ булды. “Мин яратам һине, тормош” өлкән йәштәгеләр республика конкурсы лауреаттарына Венер Фәрит улы дипломдар тапшырҙы.