Фёдоровка ауылы үҙәгендә сауҙагәрҙәр үҙ продукцияһын һатыуға сығарҙы. Эшҡыуарҙар иген, һалам, кәбеҫтә, картуф һәм һуған һатһа, ауыл кешеләре үҙ баҡсаларында үҫтергән йәшелсә-емеш, бал килтергәйне.
Был юлы сауҙа бик йәнле барманы. Әллә ямғыр федоровкаларҙы ҡурҡытты, әллә һатып алыусы үҙенә кәрәкле нимәһен тапманы. Кешеләрҙең күбеһенең ит йәиһә балыҡ, һөт продукцияһы алырға килгәнлеген белдек.