+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Октябрь 2017, 11:25

Республика көнөнә яҡшы бүләк

Районда Республика көнөн юрматылар тәү булып билдәләй башланы, дөрөҫөрәге, был байрам алдынан ремонтланған дөйөм белем биреү учреждениеһы асылды. Аратабан тантана Гончаровкала дауам итте.

Ирле-ҡатынлы Батраевтар сығыш яһай.
Ирле-ҡатынлы Батраевтар сығыш яһай.
Ауыл халҡына

программалар ярҙам итте

Районда Республика көнөн юрматылар тәү булып билдәләй башланы, дөрөҫөрәге, был байрам алдынан ремонтланған дөйөм белем биреү учреждениеһы асылды. Аратабан тантана Гончаровкала дауам итте.

Юрматы мәктәбенең баҫҡысында мәртәбәле ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, үҙешмәкәр артистарҙың сығышы менән ҡаршы алдылар. Ауыл халҡының, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға Республика Башлығы хакимиәте вәкиле Харрасов Салауат Фәттәх улы, район хакмиәте башлығы Насретдинов Венер Фәрит улы килгәйне.

Быйыл мәктәп һәм “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы бинаһында урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса иҫке тәҙрәләр пластикҡа алмаштырылды. Был эш икенсе ҡатта һәм спорт залында башҡарылған. Ҡунаҡтар балалар баҡсаһындағы яңыртылған бүлмәләрҙе ҡараны.

Балалар баҡсаһы мөдире Розалия Минеәхәт ҡыҙы һөйләй: “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Реаль эштәр” программаһы буйынса һыу үткәргес яңыртылды, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса тәҙрәләр алмаштырылды. Хәҙер бында яҡты һәм уңайлы. Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт”.

Салауат Фәттәх улы балалар менән аралашып, ҡыҙыҡһынды:

-Спорт менән шөғөлләнергә яратаһығыҙмы, шахмат уйнайһығыҙмы, йырҙар өйрәнәһегеҙме?

Яуап итеп балалар мәҙәк йыр башҡарҙы.

Делегация спорт залына үтте. Бында уларҙы уҡыусылар спорт бейеүе менән ҡаршыланы. Артабан йәш спортсылар үҙҙәренең төп ҡаҙаныштарын- төрлө ярыштарҙа яулаған спорт кубоктарын күрһәтте.

Белем усағы директоры Р.Г. Тимербулатова район хакимиәте, ауыл биләмәһе башлыҡтарына, төҙөлөш бағыусыларына рәхмәт белдереп сығыш яһаны. Пугачев ауыл биләмәһе башлығы Р.Т. Вәлитов нимәләр эшләнеүе хаҡында һөйләне:

-Һуңғы ике йылда ҙур күләм эштәр башҡарылды. Әүҙемлектәре, башланғыстарыбыҙҙа ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн барыһына ла рәхмәт. Киләсәктә лә бындай программаларҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Ниәттәребеҙ байтаҡ, тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанабыҙ.

Фёдоровка районы муниципаль район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов барыһын да Республика көнө менән ҡотланы. Юрматыларҙың тырышлыҡтарын һәм башланғыстарын юғары баһаланы. Төҙөлөштә, спортта, уҡыуҙа ла ирешкәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, тигән теләк белдерҙе. Шулай уҡ Венер Фәрит улы Дәүләт Думаһы депутаты З. Байғусҡаровтың, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Р. Хисмәтуллинаның ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Һүҙе аҙағында ул урындағы башланғыстарға ярҙам проектын әҙерләүҙә һәм бойомға ашарыуҙа ҡатнашыусы Г.М. Сурбаеваға, Р.Ф. Зыяҡаеваға әүҙемлектәре өсөн муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы. Салауат Фәттәх улы ауыл халҡын байрам менән ҡотланы, күргәндәрҙән ҡәнәғәт булыуын белдереп, именлек теләне.

Артабан ҡунаҡтар Гончаровка ауылының яңыртылған, ремонтланған мәҙәниәт йортонда булды. Урындағы оҫталарҙың хеҙмәте сағылдырылған күргәҙмәне ҡараны.

Сараның тантаналы өлөшө балалар ансамбле сығышынан башланды. Гончаровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ғ.М. Иҙрисов үҙ телмәрендә түбәндәгеләрҙе билдәләне:

-“Ауыл мәҙәниәт йорто” программаһы буйынса ауыл мәҙәниәт йортоноң матди- техник базаһын яңырттыҡ- тамашасылар өсөн креслолар, сәхнә кейемдәре, тәҙрәләргә шаршауҙар, үҙешмәкәр артистар өсөн аппаратура һәм костюмдар һатып алдыҡ. “Реаль эштәр” программаһы буйынса бинаны ремонтланыҡ. Ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтлебеҙ.

В.Ф. Насретдинов активистар В.А. Веселовты һәм Н.М. Буркинды район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләне.

Ғорурлана алабыҙ

Байрам алдынан Республика көнө айҡанлы тантаналы сара үтте. Сәхнәнән йылы ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм райондың һәүәҫкәр артистары сағыу концерт программаһы менән ҡыуандырҙы.

Башҡортостан Республикаһы декларацияһына ҡул ҡуйыу күп милләтле тыуған илебеҙҙең үҫешенә көслө этәргес бирҙе. Был республикабыҙҙың райондарына ла ҡағылды.

Район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов үҙ сығышында ауыл халҡына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төрлө дәүләт программалары арҡаһында тормош шарттары яҡшырыуын билдәләп үтте. Ыңғай үҙгәрештәр социаль өлкәгә, коммуналь-торлаҡ хужалығына, сәләмәтлекте һаҡлау тармағына һәм мәғарифкә ҡағылды. Район халҡы үҙе лә районыбыҙҙың именлеге өсөн уңышлы эш алып бара. Был байрам кисендә Венер Фәрит улы Н.Н. Караськинаға (мәғариф бүлеге методисы)- мәғариф системаһына тос өлөш индергәне өсөн, Р.Ғ. Насировҡа (“ГИП Электро” йәмғиәте электр монтеры) юғары һөнәрмәнлеге һәм А.М. Шаталкинға (“Теплоэнерго” йәмғиәте слесары) намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.

Республикабыҙҙың бөтә тармаҡтарҙа ла динамикалы үҫешеүе һәм илдең иң көслө ун төбәге иҫәбенә инеүе хаҡында БР Башлығы ярҙамсыһы С.Ф. Харрасов тантаналы иғлан итте. Ул былтыр республиканың 100 йыллығына әҙерләнеүгә старт бирелеүе тураһында әйтте. Уның сиктәрендә мәҙәни һәм аңғартыу эше планлаштырылған. Юбилей сараларының бурысы- дөйөм проблемаларҙы хәл итеү өсөн бөтә Башҡортостан халҡын берләштереү. Салауат Фәттәх улы ауыл халҡына Республика Башлығы Р. Хәмитовтан сәләмләү телмәре һәм байрам уңайынан йылы теләктәр менән мөрәжәғәт итте. Тантаналы рәүештә ул өлкән быуын кешеләренең “Мин яратам һине, тормош!” Республика ижади фестивалендә ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырҙы. Улар: Антонида менән Анна Дементьеваларҙың дуэты, “Туставан” вокаль ансамбле (етәксеһе С. Юдина), Рәфис Вәлитов, “Килейне” мордва халыҡ фольклор ансамбле, Кәшифә Абдуллина, Валентина Григорьева һәм Лидия Батраева.

Татыу ғаилә- йәмғиәттең ышаныслы ячейкаһы. Был ғүмер-ғүмергә почетлы һәм ихтирамға лайыҡ. Районыбыҙҙа ныҡлы ғаилә ҡороп йәшәгән намыҫлы кешеләр бар. Республика Башлығы исеменән 50 йыл бергә ғүмер иткән парҙарҙы алтын юбилейҙары айҡанлы райондың ЗАГС бүлеге начальнигы П.А. Никифорова ҡотланы. Манзуровтарға һәм Петровтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Үҙ иленең ысын граждандарын байрам менән район советы рәйесе К. Н. Морозов ҡотланы.

Концерт программаһында “Околица” вокаль ансамблендә ҡатнашыусыларҙың, “Замандаш” халыҡ ансамбленең, “Ынйылар“ балалар башҡорт фольклор коллективының, район мәҙәниәт йортонан татар триоһының, Лидия һәм Николай Батраевтарҙың, “Сескель” сыуаш йыры һәм “Пайгоня” мордва йыры ансамблдәрендә ҡатнашыусыларҙың моңло тауыштары яңғыраны.

Сәхнәлә шулай уҡ “Пожарное братство” ансамбле (Федераль янғын хеҙмәтенең 11-се отряды), “Ашҡаҙар шишмәләре” бейеү коллективы (Кирюшкин ауыл мәҙәниәт йорто), республика һәм төбәк конкурстар лауреаты Ишморат Маликов һ.б. сығыш яһаны. Улар таланттарын ғына күрһәтеп ҡалманы, районыбыҙҙа бер-береһен ихтирам итеп, үҙ илен яратҡан төрлө милләт халҡы татыу йәшәүен дә иҫбатланы.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотолары.
Читайте нас: