+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
17 Октябрь 2017, 13:52

Йәрминкә - муллыҡ билдәһе

Урындағы предприятиеларҙың, граждандарҙың шәхси ярҙамсыл хужалыҡтарында етештергән продукцияларын һатыу өсөн шарттар булдырыу, ауыл халҡын ауыл хужалығы продукцияһы менән тулыһынса тәьмин итеү маҡсатында, муниципаль район хакимиәте, ауыл хужалығы идаралығы инициативаһы буйынса, Башҡортостан Республикаһы мөстәҡиллеге көнө айҡанлы өсөнсө ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.

Йәрмикә матур булды, тип ныҡлы әйтергә була.

Был көндә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр һатып алыусыларға төрлө ассортименттағы продукцияһын тәҡдим итте. Мәҫәлән, йәшелсә, еләк-емеш бик күп ине.

Район халҡы картуф, кәбеҫтә, кишер һәм һуған һатып алды. Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә даими ҡатнашыусылар Абдуллин, Фәтҡуллиндар, Ветров үҙ продукцияһын алып килгәйне. Юрматынан Тимербулатов бер тонна “Бүләк” сортлы кәбеҫтәһен тиҙ арала һатып бөттө. Һатыусыларҙың тауар хаҡтары ла тешләшмәй торғандарҙан ине.

“Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы” йәмғиәтенең балығы артынан оҙон сират теҙелде. Хужалыҡ эшсеһе Әхәт Ғәбдрәшитов һатып алыусыларҙы тотҡарлауһыҙ хеҙмәтләндерҙе. Был көндә килеп, ул шәп итте, буғай!

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: