+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
24 Октябрь 2017, 16:25

Тәьҫораттар күп, иҫтәлеккә-фото

Футбол буйынса Бөтә донъя чемпионаты Кубогын (FIFA) күреү, хатта уның эргәһендә фотоға төшөү мөмкинлегенә эйә булған Өфө халҡы. Һәйеттән Ф.Х. Әлимғужинға ла унда барыу бәхете тейгән.

Футбол буйынса Бөтә донъя чемпионаты Кубогын (FIFA) күреү, хатта уның эргәһендә фотоға төшөү мөмкинлегенә эйә булған Өфө халҡы. Һәйеттән Ф.Х. Әлимғужинға ла унда барыу бәхете тейгән.
-Был ғүмерҙә бер генә була. Кубок эргәһендә тороу- ҙур ҡыуаныс һәм уңыш. Мин унда булыуым менән бик бәхетлемен. Тәьҫораттарымды, кисерештәремде һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел,-тине ул беҙгә (фотола).
Фәрғәт Хантимер улы ысын футбол һәм спорт көйәрмәне. Ул спорт, олимпиада уйындары һәм Чемпионаттар һәм башҡа ярыштарҙың тарихын күп белә. Шуға ла уға викторинала ҡатнашып, һорауҙарға яуап биреүе бер ни тормай. Ир үҙе лә футбол уйнарға ярата, район ярыштарында даими ҡатнаша.
Читайте нас: