-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
24 Октябрь 2017, 16:24

Туғанлыҡ ептәрен нығыталар

Һәр башҡорт үҙенең ете быуын ата-бабаһын, ырыуы тарихын, тамғаһын, ҡошон, ағасын, оранын белергә тейеш. Абруйлы аҡһаҡалдарыбыҙ ырыу шәжәрәһен күҙ ҡараһылай һаҡлаған һәм яңы яҙмалар менән тулыландырып килгән.

«Тамсылар» балалар фольклор коллективы  «Өләсәйем һандығы»  әҙәби композицияһын күрһәтә.

13 октябрҙә Һәйет ауылы халҡы матур байрамға йыйылды. Һүҙ уңайынан әйткәндә, был көндөң ҡояшлы, йылы булыуы ла байрамды үткәреүгә булышлыҡ итте. Бына шундай яҡшы кәйеф менән ауыл халҡы мәҙәниәт усағына ағылды.
Байрамды “Тамсылар” балалар фольклор коллективы композицияһы асып ебәрҙе. Ҡотлау һүҙе менән Разин ауыл советы башлығы Н.В. Канарова һәм район мәҙәниәт бүлеге вәкиле Л.Н. Туҡтарова сығыш яһаны.
Халҡыбыҙҙың матур йолаһы менән үрелеп барған байрамда Вилдан Ғәйетҡолов үҙенең ғаилә шәжәрәһе менән таныштырҙы, уның сығышын Эльвира Ғәйетҡолова дауам итте. Айгиз Ғәйетҡолов “Батырҙар” бейеүе менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Һәйет ауылының иң ҙур нәҫелдәренең береһе- Абдуловтар хаҡында Алмас Абдулов бәйән итте. Ниғмәтуллин Айбулат, Абдулов Алмас, Ҡәҙерғолова Гөлназ, Сәйфуллина Рүфинә “Ҡымыҙ” бейеүен башҡарҙы.
Читайте нас: