+25 °С
Дождь
Саралар
31 Октября 2017, 12:18

Илеңде ғорур һаҡла, һалдат!

Районыбыҙҙан 17 егеткә әрмегә барыу ваҡыты еткән. Көҙгө саҡырыу комиссияһының эш йомғаҡтары буйынса уларға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырылған.

Һалдаттың төп сифаты- мәргәнлек.Һалдаттың төп сифаты- мәргәнлек.
Һалдаттың төп сифаты- мәргәнлек.
Районыбыҙҙан 17 егеткә әрмегә барыу ваҡыты еткән. Көҙгө саҡырыу комиссияһының эш йомғаҡтары буйынса уларға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырылған.

Уларға арнап Армияға саҡырылыусылар көнө үткәрелде. Хеҙмәткә физик әҙерлектәрен егеттәр Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында күрһәтте. Улар винтовканан сәпкә атты, ҡайыҡ йүгереүҙә, арҡыры бурсала ҡулдар менән күтәрелеүҙә, оҙонлоҡҡа һикереүҙә ярышты. Йомғаҡ яһалғас, Рәмил Йәһүҙингә- “алтын”, “көмөш” һәм “бронза”, тиңдәшле рәүештә, Рөстәм Ғөзәйеров менән Алмаз Ниғмәтуллинға бирелде. Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитет рәйесе Ғ.Т. Рамаҙанов еңеүселәргә грамоталар һәм миҙалдар тапшырҙы.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас