-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
28 Ноябрь 2017, 17:19

Барыһы ла һеҙҙең хаҡта, һеҙҙең өсөн!

Һәр туҡыма киҫәге сағыулығы, бәйләнгән әйберҙәр- матурлығы менән йәлеп итте. Нимә тураһында һүҙегеҙ,- тиерһегеҙ. Район мәҙәниәт йорто фойеһында уҙған сауҙа-йәрминкә хаҡында.

Даша Луконина йәнһүрәттән йыр  башҡарҙы.
Даша Луконина йәнһүрәттән йыр башҡарҙы.
Һәр туҡыма киҫәге сағыулығы, бәйләнгән әйберҙәр- матурлығы менән йәлеп итте. Нимә тураһында һүҙегеҙ,- тиерһегеҙ. Район мәҙәниәт йорто фойеһында уҙған сауҙа-йәрминкә хаҡында.

Был күргәҙмә тәү мәртәбә ойошторолдо һәм бик яҡшы килеп сыҡты. Егермеләп оҫта ҡуллы ҡатын үҙҙәренең эш һөҙөмтәләрен тәҡдим итте.

Һалҡындар башланыуға ла күп ҡалманы, ҡул оҫталары ла быны иҫәптән сығармаған. Энә, ырғаҡ менән бәйләгән мамыҡ, йөн шәлдәр, палантиндар, тапочкалар, күлдәктәр һ.б. алып килгәйне федоровкалар Сажиҙә Кәшәева, Ольга Савкина, Надежда Данилова, Ләйсән Ғөбәйҙуллина, олосытырмандар Минсара Иҫәнғолова, Роза Раҡаева, Бала Сытырмандан Зилә Хмельницкая, Гончаровканан Фәриҙә Хөсәйенова, кузьминовкалар Наталья Малышева, Лидия Силяева, Эльвира Ибраева, Кирюшкиндан Христиния Селиверстова, Орловканан Надежда Закузникова.

Өй эсен матурлау өсөн күп нимә кәрәк. Бәләкәй генә, әммә сағыу изделие интерьерҙы танымаҫлыҡ итә ала. Ә район оҫтабикәләренең тауарҙары- айырыуса. Энә һауыттары, аш-һыу бүлмәһе кәрәк-яраҡтары, машина ултырғыстарына япмалар, ултырғыстар өсөн чехолдар, Балыҡлыбаш ауылынан Кәшифә Абдуллинаның, балалар үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенә йөрөгән балаларҙың, Фёдоровка ауылынан Татьяна Луконинаның нағышлап һәм сәйлән менән сигелгән алъяпҡыстары, картиналары сараға килеүселәрҙең иғтибарын әллә ҡайҙан йәлеп итте.

Өс бүләк ауылынан Рәсимә Сәйфуллинаның –сәйен, Фёдоровканан Гүзәл Фатихованың ҡамыр ризыҡтарын һатып алыусылар өйҙәрендә тәмләп сәй эскәндер әле.

Был йәрминкә эшһөйәр оҫтабикәләрҙең, бәхетле әсәйҙәрҙең районыбыҙҙа байтаҡ булыуын йәнә бер иҫбатланы. Йәрминкәлә ҡатнашыусыларға сәс үреү өсөн кәрәк-яраҡтар, атлас таҫмаларҙан эрзинкәләр, балалар кейеме бик оҡшаған. Киләһе йылда йәрминкәлә ҡатнашыусылар быларҙың барыһын да иҫәпкә алыр, ҡатнашыусылар- һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа күберәк булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Әсә- бөйөк исем!

Йәрминкәнән һуң Әсәләр көнө айҡанлы ҙур концерт булды. Ул тулы аншлагта үтте. Район мәҙәниәт йорто залында буш урындар булманы, күптәргә баҫып торорға тура килде.

Байрамдың асылыуын тамашасылар тын да алмайынса ҡарап ултырҙы. Ут һәм күләгә ярҙамында булдырылған тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Моңло, тыныс көй аҫтында Әсә- ҡатын-ҡыҙҙың оҙон тормош юлы күрһәтелде.
Читайте нас: