+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
12 Декабрь 2017, 16:55

Геройҙар хәтерҙәрҙә мәңге һаҡлана

Рәсәй яу ҡырҙарында һәм тыныс заманда батырлыҡ күрһәткән, фиҙаҡәр хеҙмәте менән юғары уңыштарға ирешкән, илебеҙ именлеге өсөн тырышҡан батыр, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙәрен баһалай һәм данлай.

Рәсәй яу ҡырҙарында һәм тыныс заманда батырлыҡ күрһәткән, фиҙаҡәр хеҙмәте менән юғары уңыштарға ирешкән, илебеҙ именлеге өсөн тырышҡан батыр, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙәрен баһалай һәм данлай.

8 декабрҙә Ватан Геройҙары көнө алдынан Фёдоровкала тантаналы сара үтте. Ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир яҡташтарыбыҙҙың мемориал комплексына сәскә һалыуҙан башланды. Тантанала ҡатнашыусылар беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Артабан сара үҙәк район китапханаһының уҡыуҙар залында музыкаль- шиғри композиция менән дауам итте. Осрашыуҙы алып барыусы Р.Г. Зәбирова барыһын да был иҫтәлекле датаның барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы. Ул герой-яҡташтар тураһында бәйән итте, батырлығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән дәүләт наградаларына эйә булғандарҙың исемдәрен атаны...


Лилиә

ХӘМИҘУЛЛИНА.
Читайте нас: