+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
15 Декабрь 2017, 16:37

Тамашасылар күңелен таланттары менән арбанылар

“Еҙ үксә-2017” балалар халыҡ бейеүе республика конкурс-фестиваленең район этабы 7-12, 13-17 йәштәр төркөмдәре буйынса үтте. Шулай уҡ төрлө йәштәге балалар коллективтары ла сығыш яһаны.

“Еҙ үксә-2017” балалар халыҡ бейеүе республика конкурс-фестиваленең район этабы 7-12, 13-17 йәштәр төркөмдәре буйынса үтте. Шулай уҡ төрлө йәштәге балалар коллективтары ла сығыш яһаны.
Конкурс программаһын асып ебәреүе яуаплы ла, бик еңел дә түгел. Был юлы яуаплы эш динестәргә ҡушылды. “Гөлдәр” ансамблендә шөғөлләнгән малайҙар башҡарыуындағы дәртле “Матрос бейеүе” тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Хәйбуллина Яҙгөл менән Саҙиҡова Ләйсән (Ҡораласыҡ ауылы), Насретдинов Данил һәм Кантимеров Айназ (Динес) дуэттары, Хәлитова Светлана (Батыр) татар бейеүҙәре, “Йәйғор” ансамбле заманса бейеү башҡарҙы (Юрматы). Һәйеттән Ғәйетҡолов Илгиз башҡорт бейеүе менән күңелле сығыш яһаны. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, Хәйбуллина Айзилә (Фёдоровка 2-се мәктәбе), Павлова Полина (Тәнәй) ҙур сәхнәлә юғалып ҡалманы. Михайловка ауылынан Семенова Виктория ғәҙәти булмаған гимнастика бейеүен башҡарҙы. Фёдоровка 1-се мәктәбенән “Киндер сюрприз”, Юлдаштан “Һабантуй”, Бала Сытырмандан “Карамелька”, Веселовканан “Леон” ансамблдәре ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Икенсе категорияла сығыш яһаусылар жюри ҡарамағына төрлө милләт халҡы бейеүҙәрен тәҡдим итте. Кирюшкиндан “Ашҡаҙар шишмәләре” коллективы, “Гөлдәр” ансамбле, динестәр Радмир менән Әҙилә Кантимеровтарҙың, Майнурова Илһөйә менән Әһлиуллина Гөлназ, “Импульс” (Гончаровка), “Ирәндек” (Фёдоровка 1-се мәктәбе) бейеү ансамблдәре сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
Һуңғы категорияла Балыҡлы мәктәп уҡыусылары, “Гөлдәр”, «Импульс» ансамблдәре сағыу номерҙар менән сығыш яһаны.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: 1-се категорияла беренсе урындарҙы солистар Хәйбуллина Айзилә менән Семенова Виктория бүлеште. “Киндер сюрприз” ансамбле-икенсе, “Йәйғор” ансамбле өсөнсө урын яуланы.
Икенсе категорияла динестәр башҡарыуындағы- татар, кирюшкиндар башҡарыуындағы сыуаш бейеүе иң уңышлылары тип танылды. Икенсе урында гончаровкаларҙың “Кадриль” бейеүе, өсөнсөлә - кирюшкиндар башҡарыуындағы башҡорт бейеүе.
Ҡатнаш төркөмдә беренсе урынды жюри динестәргә спорт бейеүе өсөн бирҙе, икенселә- “Дуҫлыҡ бейеүе” өсөн гончаровкалар, өсөнсө урында -балыҡлыларҙың татар бейеүе.
Минең ҡарашҡа, етәкселәр ҙә, ҡатнашыусылар ҙа ҙур эш башҡарған. Сөнки бындай сағыу номерҙар килеп сыҡһын өсөн ете ҡат тирең сыҡҡансы тырышырға кәрәк. Әммә конкурс күрһәтеүенсә, тырышлыҡтар бушҡа китмәгән, байрам бынамын тигән килеп сыҡты.
Читайте нас: