+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
12 Ғинуар 2018, 12:34

СССР стилендәге ретро-кисә

Элегерәк үлән дә йәшелерәк, туңдырма ла тәмлерәк һымаҡ ине... Ул заманды кире ҡайтарып булмаһа ла, 5 ғинуарҙа район мәҙәниәт йорто кафеһында СССР стилендә ойошторолған үҙенсәлекле мөхиткә әҙгә генә булһа ла сумырға мөмкин булды.

Элегерәк үлән дә йәшелерәк, туңдырма ла тәмлерәк һымаҡ ине... Ул заманды кире ҡайтарып булмаһа ла, 5 ғинуарҙа район мәҙәниәт йорто кафеһында СССР стилендә ойошторолған үҙенсәлекле мөхиткә әҙгә генә булһа ла сумырға мөмкин булды.

Шампан, кәнфит- емештәр ҡуйылған өҫтәл ҡаршы алды Фёдоровка район мәҙәниәт йорто фойеһында ҡунаҡтарҙы һәм һәүәҫкәр артистарҙы. Әкренләп халыҡ йыйыла башланы, таныш көйҙәр яңғыраны, зал шау-гөр килде. Ҡунаҡтар совет кинематографияһының фәһемле әйтемдәрен, таныш көйҙәрҙе иҫкә алды, яратҡан йырҙарын йырланы. Үткән замандың мәрәкәле хаҡтары конкурсы, концерт номерҙары, совет дәүере темаһына викториналар ойошторолдо.

Бында йыйылғандарҙың йәшлеге тура килгән 1970-80 йылдарға баҫым яһалды. Советтар Союзы балалары тормоштарының сағыу миҙгелдәрен һәм илебеҙ тарихын иҫкә алды. Йөҙҙәре йылмайыуҙан балҡыны, күҙ йәштәре лә булманы түгел. Кисә йылы хәтирәләргә бай булды. Бер аҙҙан бейеүҙәр- полька, вальс, летка-енка, ламбада һ.б. булды.

Иҫкә алған йылдар ғүмеребеҙҙең иң сағыу осоро булды. Ул саҡта беҙ иң матур йырҙарҙы йырланыҡ, дискотекаларҙа бейенек, көйҙәр тыңланыҡ һәм шундай йәш инек... Ҡыҙыл галстук таҡҡан әлеге заман пионерия ағзаһының беҙгә таныш көйгә дәртәләнеп бейеүе СССР осороноң иң сағыу мәл булып күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланасағын иҫбатланы.


В. ДЕНИСОВА,

район мәҙәниәт йорто методисы.
Читайте нас: