+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
6 Февраль 2018, 17:02

Фёдоровка еренең кескәй таланттары

Драматикаһы менән Бразилия сериалдарынан бер ҙә ҡалышмаған риүәйәтте 30 ғинуарҙа район мәҙәниәт йортода Фёдоровка 2-се мәктәбе уҡыусылары (етәкселәре Э.Т. Ғәббәсова) күрһәтте. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Башҡортостан ынйылары-2018” республика балалар фольклор коллективтары конкурсының район этабын ҡарарға килмәгәндәр күп ҡыҙыҡлы нимәнән ситтә ҡалды.

Фёдоровка коллективы почетлы өсөнсө урынды алды. Улар бик ҡыҙыҡлы риүәйәтте һайлағайны: күп йылдар элек батыр егет Ханбулат менән Айһылыу исемле һылыу бер-береһенә ғашиҡ булған. Әммә ҡанһыҙ бай Типтеғол ҡыҙҙың ата-әсәһенең ризалығын алып, уны бишенсе ҡатынлыҡҡа алырға теләй. Ҡасҡан ғашиҡтарҙы ҡыуып етәләр, әммә егеттең үлеме лә уларҙы айыра алмай. Ҡыҙ йөрәген һөйгәненә бирә, ә Йөрәктау һөйгән ҡыҙын юғалтып, йәнә терелгән егет өсөн үс алыу урыны була.

Шулай уҡ Һәйет мәктәбенең “Тамсылар” коллективы (етәкселәре А.Ш. Ниғмәтуллин) ла өсөнсө урын яуланы. Аҡһаҡалдың тормош тәжрибәһенә таянған риүәйәт күптәр өсөн фәһемле булды. Йәш һәйеттәрҙең йыр-бейеүҙәре сәхнәне биҙәне.

Динес мәктәбе уҡыусыларын жюри ағзалары икенсе дәрәжә Диплом менән бүләкләне (Ф.З. Кантимерова). «Әжәт» шишмәһендә һыуһындарын баҫҡан күрше ауылдан юлсылар шифалы һыуҙы эсеп, уға бурыслы ҡала икән. Икенсе фаразлау буйынса «Әжәт»- «Хәжәт» һүҙенән барлыҡҡа килгән.

Ҡораласыҡтар (Г.Ш. Хәйбуллина) икенсе урынды алды. Ҡыҙҙар дәртле йырҙар һәм күңелле бейеүҙәр менән «Ҡуҙғалаҡ байрамы»н күрһәтте, файҙалы үләнде йыйғанда ағас ҡашыҡтарҙа уйнаны.

Бала Сытырман ауылынан «Ашҡаҙар» коллективы беренсе урын яуланы (Р.М. Сәлишева менән Г.М. Йәлилова). Тамашасылар шау-гөр килеп, көлөшөп ыңғай тәьҫораттар бүләк иткән малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың “Ҡыҙҙар тауы”на менеүенә һоҡланды.......

(Мәҡәләнең аҙағын гәзиттә уҡығыҙ)
Читайте нас: