-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
9 Февраль 2018, 17:29

Шартлы янғын һүндерелде

6 февралдә район үҙәгендә сауҙа нөктәһендәге шартлы янғынды һүндереү буйынса янғын-тактик күнекмәләр үткәрелде.

6 февралдә район үҙәгендә сауҙа нөктәһендәге шартлы янғынды һүндереү буйынса янғын-тактик күнекмәләр үткәрелде.

Күнекмәләр планы буйынса, универмагтың беренсе ҡатында, “Пятерочка” супермаркетында ут сыҡҡан. Янғын сигнализацияһы эшләй башлау менән халыҡ бинанан сығарылды. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар оператив килеп етте һәм ҡотҡарыу сараларын күрә башланы.

Профилактик сараны йомғаҡлау барышында бинаның ике ҡатында ла урынлашҡан магазиндар персоналының эш итеүе анализланды. Сауҙа объекты хужаларына шартлы янғынды һүндереү барышындағы хаталары аңлатылды һәм биш йыл элек булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, тейешле кәңәштәр бирелде.

Бындай күнекмәләр үткәреү һәр объект өсөн мөһим. Сөнки йыш ҡына ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында милектең именлеге, хатта кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм ғүмере эшләүсе персоналдың дөрөҫ эш итә белеүенә бәйле була.


Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.


Автор фотоһы.
Читайте нас: