+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Февраль 2018, 12:51

Мөхәббәттә генә ысын ғаилә тыуа

Ғаилә- йылылыҡ һәм наҙ, аңлашыу һәм гармония, бәхет һәм илһам даирәһе. Тик бер-береһен ихтирам иткән, бөтә эштәрҙә лә берҙәм булған ғаилә усағы ғына ныҡ була. Рәсәй Федерацияһында Ирекмәндәр һәм Башҡорстостан Республикаһында Ғаилә йылына бағышланған тантаналы сараның төп асылы шунан ғибарәт булды.

9 февраль кисендә федоровкалар залда урын алып ҡалыу өсөн район мәҙәниәт йортона ашыҡты. Бында төрлө йәштәге кешеләр- өлкәндәр, йәштәр, урта быуын кешеләре һәм балалар йыйылғайны. Улар сығыш яһаусыларҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы алды, сағыу концерт номерҙарҙын рәхәтләнеп ҡараны.

Сараның тантаналы өлөшөндә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Э.Н. Сәлишев барыһын да йылы ҡотланы. Илебеҙҙә, төбәгебеҙҙә һәм районыбыҙҙа ғаилә институтына, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауға, демографик хәлде яҡшыртыуға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләп үтте. Шулай уҡ Эдуард Наил улы эшләйһе эштәр байтаҡ булыуын- ғаиләнең рухи-әхлаҡи абруйын күтәреү, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү эшен дауам итеү зарурлығын - билдәләне.

Республика Башлығы исеменән 50 йыл ғүмер кисергән Зоя Васильевна менән Павел Гаврилович Митрофановтарға бүләк тапшырылды. Ғаилә пары 7 бала үҫтергән, әле улар 12 ейәненә ҡыуанып бөтә алмай. Шулай уҡ был кистә Гөлнара Фәнил ҡыҙы Мөрсәлимоваға әсәлек капиталы сертификаты тапшырылды, Светлана Рәжәп ҡыҙы менән Искәндәр Минегәрәй улы Мөрсәлимовтар, Айгөл Йәүҙәт ҡыҙы менән Венер Фәнил улы Хәлитовтар, Антонина Николаевна менән Петр Семенович Русаковтар район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

(Аҙағы 5-се биттә).
Читайте нас: