Сараға “Афғанстан йөрәгемдә йәшәй” китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Ул хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәрҙең хәтирәләренән төҙөлгән әҫәрҙәрҙән тора ине. Афғанстан тураһында һөйләүҙәр “Афғанстан- хәтеребеҙ һәм йөрәк ярабыҙ” видеофильмын күрһәтеү менән оҙатылып барҙы.
Уҡыусылар яугир-интернационалистар менән танышты, уларҙың ауыр яу көндәре хаҡында белде. Афғанстан ерендәге фажиғә залда ултырыусыларҙың йөҙөндә сағылды. Статистика һандары уҡыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Күпме ҡорбан булған, яра алған, яфа күргән кешеләр. Афғанстан территорияһынан ғәскәрҙәрҙе сығарғанда һәләк булғандарҙың иҫәбе тетрәндерерлек. Залда бер генә битараф кеше лә ҡалманы.
Фёдоровка районынан шул һуғышта һәләк булып ҡалғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Был һуғыш хаҡында документаль фильмды ҡарағанда уҡыусыларҙың етди йөҙөнән сараның маҡсатына ирешеүе аңлашылды. Ауылыбыҙҙан биш яугир-интернационалист Аҡсурин Сәлих Ғәзиз улы, Аҡсурин Самат Йәғәфәр улы, Хәлитов Илдус Рәис улы, Хәлитов Айрат Гәрәй улы һәм Аҡсурин Флүр Мөнир улының хәрби хеҙмәте ентекле һөйләнелде.
Кешеләрҙең хәтерендә был һуғыш тураһындағы хәтирәләр оҙаҡ һаҡланыр, сөнки улар үҙ исемдәрен ҡаны, әсәләренең күҙ йәше, тимер йондоҙло обелисктар, тормошобоҙға үтеп ингән хәрби йырҙары менән яҙҙы. Был һуғыштың аяныслы шаңдауы һәр кемдең йөрәгендә һаҡлана.
Батыр ауыл китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы.