+17 °С
Ясно
Саралар
16 Февраля 2018, 11:25

Етди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө аша

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайы базаһында “Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы” ЮХҠ Республика конкурсының зона ярым финалы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Унда республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан 14 команда ҡатнашты. Районыбыҙҙан унда Фёдоровка 2-се мәктәбенең 10 синыф уҡыусылары барыуы хаҡында яҙғайныҡ инде (етәкселәре М.П. Асабина). Конкурста ҡатнашыусылар Рәсәй КВН командаларындағы һымаҡ “Ҡағиҙә буйынса йөрөү” темаһына сәләмләү, «Капитандар конкурсы»- «Скутер: юлға рәхим ит» һәм «ЮХҠ белеп бер юлдан атлайбыҙ» өйгә эш биремдәрен үтәне. Жюри сығыштарҙы түбәндәге критерийҙар буйынса билдәләне- эстәлеге, артислыҡ, сәхнә мәҙәниәте кимәле, теманы асыу. Командабыҙ талант, креативлыҡ, юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөй белеүҙәрен уйын-көлкө аша сағылдырыу һәләттәрен күрһәтте. Дөйөм зачетта федоровкалар республикабыҙ райондары араһында 4-се урынға сыҡты. Команда капитаны Фадеров Виталий капитандар конкурсында ҡатнашҡаны өсөн грамота менән бүләкләнде.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

М. АСАБИНА фотоһы.
Читайте нас