+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Февраль 2018, 16:22

Шатлыҡтың сиге юҡ

Район мәҙәниәт йортонда мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәләнеүселәр араһында “Еҙ үксә-2018” район конкурсы үткәрелде. Бейеү байрамы күңелле булды, ул бөтәһенә лә оҡшағандар, тип уйлайым.

Бер үҙеңме, әллә дуҫтарың менәнме халыҡ алдында бейеүе бер ҙә еңел түгел – тулҡынландыра, ҡалтырата, йөрәгең килеп сығыр төҫлө тойола. Мин быны күп бейеү конкурстарында ҡатнашыусы булараҡ әйтәм. Әммә бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙ номерҙарын күрһәткәндә ҡурҡып торманы ла. Әлбиттә, матур бейеүҙәрҙе һалыу өсөн улар менән етәкселәре күп көс һалған, ата-әсәйҙәре костюм тегеүҙә ярҙамлашҡан. Мәғариф бүлеге методисы Ф.Н. Төхвәтуллина – жюри рәйесе – уларға рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларға мәғариф бүлегенән Маҡтау грамоталары, балалар баҡсалары пегагогтары Г.Х. Фәйзуллина (Ҡораласыҡ ауылы) менән З.З. Незаметдиноваға (Яңы Яуыш) Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Әлбиттә, балаларға еңеүҙәре менән ҡотлауҙар ҡабул итеүе үҙе бер йыуаныс булды. Бына улар, үҙ йәш категорияларында беренсе урындарҙы алыусы йәш таланттар: Ключёвка ауылынан «Ветерок» төркөмө коллективы (ике беренсе урын), Ҡораласыҡ ауылынан «Йәйғор» балалар баҡсаһы коллективы (өс беренсе урын), Фёдоровка ауылының «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһының «Семицветик», «Топатушки» һәм «Непоседы» ансамблдәре, Динес ауылы «Ләйсән» баҡсаһынан Манапова Алһыу, Бала Сытырмандың «Алтын асҡыс» балалар баҡсаһы коллективы һәм Имонҡулова Самира (айырым бейеү), Гончаровка «Еләккәй» балалар баҡсаһы коллективы, Кирюшкиндан «Родничок» баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, Батыр ауылы мәктәбенең «Аҡбуҙат» мәктәпкәсә төркөмөнән Хәлитова Нәйлә менән Аҡсурин Эльдар (уның ике беренсе урын), Тәнәйҙән «Рябинушка» баҡсаһы коллективы, Аҡбулат мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөнән Азалия Иманғолова. Икенсе урындарҙы алдылар: Оло Сытырман мәктәпкәсә төркөмөнән «Нурҙар» ансамбле, Дедово «Теремок» баҡсаһынан Иванова Алёна, Веселовка мәктәпкәсә төркөмөнән дуэт, Фёдоровка «Ҡыңғырау» баҡсаһынан «Капельки» ансамбле һәм «Әхирәттәр» дуэты. Өсөнсө урында: Һәйет ауылының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһынан дуэт, Михайловка мәктәпкәсә төркөмө коллективы, Кузьминовка «Ромашка» баҡсаһынан Максимочкина Эвелина, Динес ауылы «Ләйсән» баҡсаһынан дуэт, Новосёлка «Уралочка» баҡсаһы коллективы, Үрге Яуыш «Чебурашка» балалар баҡсаһы коллективы, Яңы Яуыш мәктәпкәсә төркөмөнән Хәйбуллина Илмира, Өсбүләк мәктәпкәсә төркөмөнән Ғафаров Дәлил, Балыҡлы мәктәпкәсә төркөмөнән Әбүбәкерова Ләйлә. Балаларҙың тырышлығы тейешенсә баһаланды, бер кем дә иғтибарһыҙ һәм урынһыҙ ҡалманы.

Сара Ғаилә йылына арнап үткәрелде. Конкурстың Положениеһына ярашлы, балалар менән бергә өлкәндәргә лә сығыш яһарға рөхсәт ителгәйне. Тик Ҡораласыҡ балалар баҡсаһы педагогтары ғына ата-әсәләрҙе сығыш яһауға йәлеп итә алған - әсәйҙәрҙең балалары менән бергә бейеүе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: