Район үҙәгендә яңғыраған дәртле йыр барыһын да байрамға саҡырҙы. Майҙанда кешеләр байтаҡ йыйылды.
Скоморохтар, Маманя, Марфуша һәм Ҡыш байрам ҡунаҡтарының кәйефен күтәрҙе. Сағыу ҡояштан күҙҙәр сағылды. Ә февраль һалҡыны ҡыштың әле бында хужа булыуын иҫкәртеп торҙо. “Околица” ансамбле башҡарыуындағы дәртле йырҙар йыйылыусыларға өшөргә форсат бирмәне, бейеүгә, алҡышлауға әйҙәп торҙо.
Балаларға күңелле һәм ҡыуаныслы булды. Конкурстарҙа ҡатнашырға, бөтмөрлөктәрен, етеҙлектәрен күрһәтергә теләүселәр күп ине. Ҡайһы бер балалар баҡсаһы балалары ла ярыштарҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бер кем дә тәмлекәстәрһеҙ ҡалманы, ҡыҙҙар һәм малайҙар күп ыңғай тәьҫораттар алды.
Масленица аҙағына яҡынлашты. Барыһы ла ҡарасҡы тирәләй әйлән-бәйлән ҡорҙо. Бергәләшеп уның яныуын күҙәтте. Ялҡын ҡояшҡа табан, күккә ынтылды.Шулай итеп ҡышты оҙаттылар.
Артабан теләге булғандар кинозалға ашыҡты, унда уларҙы йәнә бер сюрпирз көтә ине. Улар бер билет хаҡы менән ике кешелек билет һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды.