+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
20 Февраль 2018, 11:19

Клуб йәшәй, ауыл йырлай

Районыбыҙ сағыу һәм бай мәҙәни ваҡиғалар уртаһында йәшәй. Был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡлы идеялары, сараларҙы үҙенсәлекле үткәреү һәләттәрее менән даими аптырата, улар һәр саҡ яңылыҡ эҙләү өҫтөндә. Шуның менән бергә мәҙәниәт учреждениелары яйлап матурлана, төҙөкләндерелә бара.

Һуңғы ике йыл эсендә күпселек ауыл мәҙәниәт йорттары яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Барыһы ла уларҙың төрлө федераль һәм төбәк программаларҙа һәм гранттарҙа ҡатнашыуы арҡаһында, шулай уҡ БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында булды. Гончаровка, Ҡоро Иҙәк, Кирюшкин, Бала Сытырман һәм башҡа ауылдарҙа дөйөм суммаһы 20 млн һумлыҡ төрлө ремонт эштәре башҡарылды.

Хәҙер Кирюшкин һәм Бала Сытырман ауылдарындағы күп профилле мәҙәниәт усаҡтары күп функциялы ауыл клубы тигән исемгә лайыҡ. Капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт усаҡтарындағы шарттар танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Йылы, яҡты, уңайлы булды. Шулай, Бала Сытырманда 2017 йылда иҫке ишек- тәҙрәләр яңыға алмаштырылды, стеналары һәм түшәме утҡа сыҙамлы япма менән ябылды, вентиляция системаһы яңыртылды, түбәһе реконструкцияланды. Учреждение тулыһынса яңы оргтехника, тауыш көсәйткес һәм музыкаль, яҡтыртыу ҡоролмалары менән йыһазландырылды, яңы мебель, сәхнә костюмдары һ.б. һатып алынды. Хәҙер клуб ойошмалары, моделле китапхана, музыка мәктәбе, тренажер залы, хореография студияһы, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса берләшмәләр, картина галереяһы бер түбә аҫтында эшләй. Йәғни, төрлө саралар үткәреү һәм халыҡтың ялы өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортоноң “Урындағы мәҙәниәт йорто” проектында ҡатнашыуы арҡаһында тауыш көсәйткес һәм күрһәтеү ҡоролмаһы, тамашасылар кәнәфиҙәре, сәхнә кейемдәре, оргтехника һәм компьютер йыһаздары, мебель һатып алынды, үҙешмәкәр артистар- вокаль һәм бейеү ансамблдәре солистары өсөн костюмдар тегелде. Бынан тыш, бинаға ағымдағы ремонт эшләнде, тәҙрәләре алмашынды.

Хәҙер гончаровкалар ғына түгел, алешкиндар ҙа матур кейемдәрҙә сәхнәлә сығыш яһай. “Замандаш” (Бала Сытырман күп функ-циялы ауыл клубы) һәм “Ашҡаҙар шишмәләре” (Кирюшкин күп функциялы ауыл клубы) халыҡ коллективтарының да костюмдары яңыртылды- республика бюджетынан аҡса күсерелде.

Кирюшкин күп функциялы ауыл клубы түбәһенән һәр саҡ һыу үтеүе проблемаһын да былтыр хәл итеү мөмкин булды. Уны тимер түбәгә алмаштырҙылар. Өсбүләктә лә клуб түбәһен ремонтланылар.

“Реаль эштәр” программаһы буйынса Веселовка ауыл клубы бинаһының фасады һәм түбәһе ремонтланды. Шулай уҡ учреждениела косметик ремонт эштәре үткәрелде.

Уҙған йыл Фёдоровка район мәҙәниәт йорто өсөн күңелле мәҙәни сара менән тамамланды. Киноға ярҙам фондынан федераль грант арҡаһында 3-D форматта фильмдар ҡарау мөмкинлеге менән кинозал асылды. Шул арҡала ауыл халҡы ҡалалағы һымаҡ фильмдар ҡарай ала.

Мәҙәниәт учреждениеларының дәүләт яғынан бындай матди ярҙамы был тармаҡта хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға этәрә, ауыл халҡы үҙе төрлө саралар үткәреүҙә инициатива күрһәтә.

Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Мәрзиә Хәлил ҡыҙы Иҙрисова:

-Клубтың элекке хәле һәм ремонттан һуңғыһы сағыштырырлыҡ түгел. Сәхнә ҙурайҙы, ә шаршауҙарының матурлығы! Тәҙрәләр пластиктан, бинала йылы, яҡты, матур. Яңы костюмдар, аяҡ кейемдәре хаҡында хыяллана ла алмай инек. Солистарҙың үҙ күлдәктәре, ансамблдәрҙең, бейеүселәрҙең- үҙҙәренеке. Үҙешмәкәр артистар ҙур теләк менән репетицияларға килә, сығыш яһай, халыҡҡа клубта үткән саралар, концерттар бик оҡшай. Бындай ремонт, яңы әйберҙәр өсөн беҙ бик рәхмәтлебеҙ.


Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: