-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
22 Февраль 2018, 11:54

«Атай, әсәй, мин – спорт яратыусы ғаилә»

Физкультура менән шөғөлләнеүҙең файҙалы булыуын һәр кем белә. Сынығыу, зарядка эшләү, саф һауала йөрөү кәрәк. Әммә күпселектә үҙеңде еңеү, иртәрәк уяныу, бер нисә күнекмә эшләү, һалҡын һыу менән ҡойоноу еңел генә бирелмәй. Беҙ «һуңыраҡ»ҡа ҡалдырырға күнеккәнбеҙ. Ә ғаилә менән бергәләшеп шөғөлләнһәң, нисегерәк булыр икән? Бәлки, ул саҡта еңелерәктер? 13 февралдә Гончаровка мәктәбенең спорт залында Ғаилә йылы айҡанлы «Атай, әсәй, мин- спорт яратыусы ғаилә» спорт байрамы уҙҙы.

Был сараға ата-әсәләрҙең теләп, күпләп килеүе ҡыуаныслы булды. Байрамдың маҡсаты- ғаиләләрҙе берләштереү, ата-әсәләр менән балалары һәм мәктәптең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереү. Бына командалар теҙелеп баҫты. Ойоштороусылар- мәктәп директоры Ветрова Ольга Николаевна, тәрбиә эше буйынса координатор Захарова Нина Александровна, физкультура уҡытыусыһы Ермошин Алексей Александрович һәм математика уҡытыусыһы Буркина Ирина Николаевна ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.

Ғаилә командалары “Арҡан тартышыу”, “Күңелле такси”, “Етеҙлек”, “Күләүек аша сығар”, “Көнгөрә”, “Эстафета”, “Ырғымыс”, “Көслөләр”, “Йәш баскетболсы”, “Ҡуяндар” конкурстарында көрәште. Мауыҡтырғыс ярыштарҙың бөтә этаптары ла төптән уйланғайны. Көйәрмәндәр барыһын да күҙәтеп, алҡыштары менән ҡеүәтләндереп торҙо.

10 ғаилә уйындарҙа ҡатнашты һәм “Иң татыу ғаилә”, “Иң күңелле ғаилә”, “Иң әүҙем ғаилә”, “Иң йәш ғаилә” һ.б. номинацияларҙа грамоталар менән бүләкләнде. Күтәренке кәйеф, ыңғай тәьҫораттар һәм дәрт барыһы өсөн дә иң яҡшы приз булды.

“Ғаилә байрамының мөһим һөҙөмтәһе- балаларҙың һәм ата-әсәләренең бергә йыйылыуы. Кемдең еңеү яулауы мөһим түгел, барыһының да байрам мөхитен, ихтирам һәм аңлашыу хистәрен тойоуы мөһимерәк”,- тине Ольга Николаевна.- Бындай сараларҙы күберәк үткәрергә кәрәк. Сөнки барыбыҙ ҙа аралашыуға мохтаж, сәләмәтлек мөһим!”

Байрам йылы дуҫтарса мөхиттә үтте. Ғаилә күптәр өсөн тормоштоң асылы булып ҡала. Балалары менән бер рәттән әсәйҙәре лә, атайҙары ла йүгерҙе, һикерҙе, еңеүҙәренә бәләкәстәр һымаҡ ҡыуанды. Балалар ҙа ата-әсәләре менән аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды.

Ғаилә командаһын еңеүгә ынтылыш тағы ла берләштерҙе.

Барыһына ла сәләмәтлек, ижади уңыштар, именлек, бындай сараларҙа күберәк ҡатнашыуҙарын теләйем.


И. БУРКИНА,

Гончаровка ауылы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: