-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
22 Февраль 2018, 11:49

Уңға-һулға, тик алға!

Йыр һәм сафта йөрөү һәм сәхнәләштерелгән йыр конкурсына тиклем үк уҡыусылар речевкалар, музыкаль куплеттарҙы шатланып өйрәнде, хәлдән тайғансы сафта йөрөнө, кейемдәре тураһында һүҙ алып барҙы. Быларҙың барыһы ла “Йәш армеецтар- 2018, алға!” сараһында иң яҡшы команда булыр өсөн.

Быйыл ул Новоселка ауылы зонаһында старт алды. Конкурс күнекмәләрҙең бушҡа булмауын күрһәтте. Бөтә отрядтар ҙа лайыҡлы, эмоциональ сығыш яһаны, йырҙарҙы татыу башҡарҙы. Новоселка ауылының “Ҡазаҡтар” командаһы сафҡа теҙелеүҙә, йөрөүҙә өлгө булды һәм Гран-приға лайыҡ булды. Кирюшкиндан “Һауа команда ғәскәрҙәре” беренсе урынды яуланы. Динестәрҙең “Йондоҙ” командаһы-икенсе, Новоселканан “Спецназ” өсөнсө урынға сыҡты. “Мин- Рәсәй гражданины” илһөйәрлек рухындағы сәхнәләштерелгән йыр конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Динестән “Кескенә борғосо” ансамбле Гран-при яуланы, беренсе урынды новоселкалар һәм ҡораласыҡтар, икенсене- кирюшкиндар, өсөнсө урынды веселовкалар яуланы.

Бала Сытырман мәктәбе зонаһында ҡатнашыусылар әүҙем булды. Ауылдағы “Патриот” командаһы һалдаттарса сығыш яһаны. Икенсе урында ошо уҡ мәктәптән- “Һалдат” һәм Балыҡлынан “Башҡорт пионерҙары” командалары. Батырҙан “Йәш армия” командаһы өсөнсө урында. Йыр конкурсында михайловкаларға тиңдәр булманы, икенсе урынды юрматылар менән юлдаштар үҙ-ара бүлеште, өсөнсө урынға ключевкалар сыҡты.

Фёдоровка -2-се мәктәбе зонаһында сығыштар компетентлы жюри талаптарына яраҡлы булды. Унда Кузьминовканан “Ҡыҙҙар” командаһы еңеү яуланы. Икенсе урында Покровканан “Рәсәй патриоттары”, өсөнсөлә- Фёдоровка 1-се мәктәбе командаһы. Сәхнәләштерелгән йыр конкурсында ошо уҡ мәктәп уҡыусылары еңеүсе булды, икенселә- кузьминовкалар, тәнәйҙәр, покровкалар.

Иң яҡшы етәкселәр һәм отряд командирҙары тип, тиңдәшле рәүештә, танылдылар - А.В. Вальщиков һәм Р. Васильев (Новоселка), Б.В.Зөбәйеров һәм А. Сидоров (Бала Сытырман), Т.Н. Асабина һәм Н. Асабин (Кузьминовка). Бөтә призерҙар һәм еңеүселәр Мәғариф бүлегенең Почет грамоталарына лайыҡ булды. Шулай уҡ команда етәкселәре лә бүләкләнде.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: