-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
22 Февраль 2018, 11:45

Һуғыштың уңалмаҫ яралары

Новоселка мәктәбендә китапханасы И.Е. Данилова менән тарих уҡытыусыһы П.Е. Фёдоров уҡыусылар өсөн Волга буйындағы еңеүҙең 75 йыллығына арнап “Сталин-град – ғорур даныбыҙ” Батырлыҡ дәресен үткәрҙе.

Китапханасы илебеҙ тарихындағы мөһим дәүер хаҡында һөйләне, уның сығышы Совет халҡының ҡаһарманлығы тураһындағы презентация менән оҙатылып барҙы. Һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҙәбиәткә байҡау яһалды. Сара аҙағында бөтәһе лә һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Сталинград алышы тарихта ҡала бара. Үткән быуаттағы иң мөһим ваҡиғалар тураһында балаларға һөйләү - өлкән быуын бурысы. Йәштәр тыуған иле тарихын белергә тейеш, сөнки Ватаныбыҙ киләсәге уларҙың ҡулында. Беҙ тыныс шарттарҙа йәшәһен өсөн баштарын һалғандарҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Сталинград алышында еңеүселәрҙе белеү һәм ғорурланыу – беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ.

И. ДАНИЛОВА,

Новоселка китапханасыһы.
Читайте нас: