Был сара ҙур байрам булды, сөнки ойоштороусылар шул тиклем халыҡ килер тип уйламаған да. Төрлө жанр һәм композициялар йылға булып аҡты, тамашасылар күп тәьҫораттар алды. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы БР халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева репертуарынан “Ғүмерем миҙгелдәре” һәм “Замандашым, һаҡла иҫеңдә” йырҙарын башҡарҙы. Жюри яҡташыбыҙҙың талантын баһалап, уға 2 Дәрәжә лауреаты исемен бирҙе. Еңеүсене ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!