+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Март 2018, 12:47

Донъябыҙҙы биҙәүсе гүзәл заттарға бағышланды

Матурлыҡ һәм мөхәббәт, изгелек, һөйкөмлөлөк, ғорурлыҡ кеүек сифаттарға әсәйҙәр, ҡатындар, ҡыҙҙар, апай- һеңлеләр, һөйөклөләребеҙ эйә. Район мәҙәниәт йортонда байрам алдынан уҙған концерт Фёдоровка ҡатын-ҡыҙҙарына бағышланды.

“Донъя шундай матур” байрам сараһы бер тында үтте. Тамашасылар артистарҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде, иғтибарға һәм ҡотлауҙарға сорналған ҡатын-ҡыҙҙар тағы ла матурланып китте.

Сараны район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Н.Ғ. Насретдинов асты. Ул гүзәл заттарға сәләмәтлек, ғаилә именлеге, мөхәббәт теләне. Район хакимиәте башлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләү өсөн сәхнәгә Т.П. Костригина, Н.В. Митрофанова, Р.А. Исмәғилева, Э.Ф. Сабитова, Е.Л. Буркина, К.Д. Чекмасова, Г.М. Сәғитова, О.Н. Русакова, Т.И. Сидорова саҡырылды.

Был байрам кисендә 60, 50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән юбилярҙарҙы ҡотлау ҙа булды. Фёдоровка районы ЗАГС бүлеге начальнигы Полина Никифорова Шәкүр Әмин улы менән Мөнирә Әфтәх ҡыҙы Аҡсуриндарға, Әхәт Ғәйнулла улы менән Тәслимә Сәйфи ҡыҙы Кәшәевтарға бүләктәр һәм сәләмләү хаттары тапшырҙы.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З.Р. Мөхәмәтйәнова йылы ҡотланы.

Тантаналы өлөштән һуң ижади коллективтар сығыш яһаны. Төрлө музыкаль һәм хореографик номерҙар, оҫта башҡарыусыларҙың сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Кескенә артистар- “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһының бейеү коллективы, балалар сәнғәт мәктәбенең вокаль ансамб-ле, район мәҙәниәт йорто бейеү коллективының кескәйҙәр төркөмө ҙур ҡыуаныс өҫтәне. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар оҫта итеп сығыш яһаны.
Читайте нас: