+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
16 Март 2018, 11:18

Өлкән синыф уҡыусылары тауыш бирергә әҙер

Үҙәк район китапханаһында Фёдоровканың ике мәктәбе уҡыусылары өсөн “Йәш һайлаусылар форумы” булды.

РФ Президентын һайлауҙа улар ҡатнашмаясаҡ, сөнки улар әле бәлиғ булмаған. Әммә әле үк һайлауҙарҙы үткәреү ҡағиҙәләрен белергә, һәр кемдең хоҡуҡи мәҙәниәтенә илебеҙҙең киләсәге бәйле булыуын аңларға тейештәр. Ошо маҡсатта китапхана хеҙмәткәрҙәре традиция буйынса, был сараны ойоштора. Был юлы ла китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Р. Зәбирова Фёдоровка уҡыусыларына Рәсәйҙә президентлыҡ тарихы, ил етәксеһенә хас критерийҙар, нисә йәштән власть органдарына һайланып булыуы хаҡында һөйләне.

Тауыш биреү процесының нескәлектәре тураһында территориаль һайлау комиссияһы ағзалары Л. Батыршина менән М. Хәйбуллин ентекле һөйләне. Ҡунаҡтарҙың һорауҙарына уҡыусылар дөрөҫ яуап бирҙе, тимәк, улар һәр гражданиндың аңлы һәм ғәҙел тауыш биреүенә күп нимә бәйле булыуын үҙләштергән. Уҡыусылар викторинанан, агитплакаттар булдырыу, Президент вазифаһына команда капитандары тесынан торған интеллектуаль-хоҡуҡи “Хоҡуҡ белгестәре турниры”нда ҡатнашып, белемдәрен күрһәтте. Сара аҙағында бөтә уҡыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.


Автор фотоһы.
Читайте нас: