+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
10 Апрель 2018, 10:52

Ғалимдарҙың кәңәштәре практикала ҡулланыласаҡ

Яҙ һайын районда агрономия конференцияһы уҙа. Ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре БДАУ ғалимдары менән бергә мул уңыш алыу өсөн баҫыу эштәрен нисегерәк үткәреү тураһында һөйләшә.

Традиция буйынса конференцияның практик өлөшө район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда уҙҙы. Ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Р. Хәлитов ҡатнашыусыларҙы “Азат” һәм “Нива” йәмғиәттәре һатып алған “Кировец-774 Р 4” һәм “Кировец-744 Р 3” тракторҙарының характеристикаһы менән таныштырҙы. Был үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле двигателле техника әлеге ваҡытта бик популяр һәм һорау менән ҡулланыла. “Азат” йәмғиәтенең тракторы тупраҡҡа баҫымды әҙәйтеүсе өҫтәмә тәгәрмәстәр менән йыһазландырылған.

Заманса тупраҡ эшкәртеү агрегаттарының өҫтөнлөгө тураһында “Рәсәй ауыл хужалығы БР буйынса үҙәге” учреждениеһы филиалының Фёдоровка район-ара бүлеге начальнигы Р. Бохариевтың сығышында яңғыраны. Ул “Амазоне” сәсеү комплексының һәм ГРН-7 йомшартҡысының техник мөмкинлектәре тураһында бәйән итте.

Сараның икенсе өлөшө башланыр алдынан конференцияла ҡатнашыусылар район хакимиәте фойеһында орлоҡ, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, ауыл хужалығы техникаһын һәм запас частәрҙе һатыуға ҡуйыусы фирмалар продукцияһы күргәҙмәһендә булды.

Конференцияны сәләмләү телмәре менән район хакимиәте башлығы В. Насретдинов асты, игенселәргә 2018 йылда агросәнәғәт комплексында юғары күрһәткестәргә ирешеү һәм килем алыу маҡсатында уңышлы хеҙмәт теләне.

“Фёдоровка” метеостанцияһы начальнигы С. Силяев республика буйынса вегетация осорона һауа торошон әйтте, баҫыуҙарҙа ужым культураларының ҡышлау шарттары һәм 2017-2018 йылдарҙа баҫыуҙағы хәлдәр тураһында һөйләне. Үҙ сығышында ул республика буйынса уртаса һыу запасы норманан 50 процент тәшкил итеүен билдәләне. Ҡарҙың иреүе апрелдең икенсе декадаһынан өсөнсө декадаһына тиклем көтөлә.

Район аграрийҙарының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге буйынса ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Н. Насретдинов сығыш яһаны. Ул райондың агро-сәнәғәт комплекстары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм быйыл сәсеү эштәрен уңышлы үткәреү буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы.
Читайте нас: