-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
13 Апрель 2018, 11:26

Хеҙмәттә лә, сәхнәлә лә бергәләр

Күмертауҙа ҡаланың 65 йыллығы айҡанлы “Көньяҡ еле” фестиваль-конкурсы уҙҙы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәүефһеҙлек мәҙәниәте йылы сиктәрендә унда 92-се янғын часының шәхси составы ла ҡатнашты.

Элекке кеүек үк, таланттарын күрһәтергә теләүселәр байтаҡ булды: 500-ән ашыу кеше ҡатнашҡан 70 ижади коллектив һәм шәхси башҡарыусылар сығыш яһаны. Уларҙың сығыштарын юғары һөнәри жюри- БР киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре Г.Н. Басов, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.В. Бабенко һәм А.И. Шиханова баһаланы. 36-54 йәшлектәр категорияһында “Вокал (Ансамблдәр)” номинацияһында намыҫлы сығыш яһаусы яҡташтары менән федоровкалар ысынында ғорурлана ала, күмертауҙар уларҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. “Янғын һүндереүселәр туғанлығы” (етәкселәре М.Р. Ғүмәров) вокаль ансамбле III дәрәжә Лауреат дипломын яуланы. Уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә тыныс хеҙмәт һәм уңыштар теләйбеҙ.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фото 92-се янғын часынан.
Читайте нас: