-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
28 Апрель 2018, 11:16

Йыр менән күңеллерәк

“Яҙғы тамсылар” конкурсы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәләнеүсе балалар араһында йыл һайын үткәрелмәй ҡалғаны юҡ. Был ябай ғына сара түгел, уның маҡсаты таланттарҙы асып, киләһе юлға тиклем онотоу ғына түгел, минеңсә, был ҙур ижад байрамы, унда һәр бала үҙен Киркоров йәиһә Пугачева һымаҡ, ҙур артист итеп тоя ала.

Район мәҙәниәт йорто сәхнәһенә сыҡҡан балаларҙың йөҙөнөң үҙгәреүен күрергә кәрәк ине. Залда ултырып, тулҡынланыуҙан, үҙҙәренең сираты еткәнен көтөүҙән арыған балалар, сираттары етеү менән барыһын да онотоп, музыка етәкселәре, ата-әсәләре менән бергә өйрәнгән йырҙарҙы башҡарыу оҫталығын күрһәтте. БР Ғаилә йылы сиктәрендә Кирюшкин, Динес, Ҡораласыҡ, Һәйет ауылдарынан ата-әсәләре менән бергә сығыш яһаусы балаларҙы күҙәтеүе айырыуса күңелле булды.

Һәр кемгә беренсе урынды бирергә мөмкин ине, әммә конкурс конкурс инде, кемдер артислығын күрһәтә алды, кемдер әҙерәк оялды. Йәш таланттарға үҫергә урын бар, киләһе йылда мотлаҡ иң яҡшыһы буласаҡтар. Шулай, ансамблдәр араһында Юлдаш ауылы (етәкселәре Г.М. Зәйнәғәбдинова), Фёдоровканың “Ҡыңғырау” (Н.В. Антошкина, С.А. Гонышева), Бала Сытырмандың “Алтын асҡыс” (А.З. Дәүләтбирҙина) балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр беренсе урын алды. Икенсе урында- Юрматы ауылы “Ҡояшҡай” (Н.Т. Абдуллина) һәм Һәйет ауылының “Ҡарлуғас” (И.А. Әлимғужина) балалар баҡсалары. Өсөнсө урынға Оло Сытырман ауылы балалары (А.Р. Митрофанова) һәм динестәр (Г.М. Әбдүшева) эйә булды. Өсбүләк ауылынан дуэт менән сығыш яһаусы (А.Н. Сәлихова) һәм баласытырмандар (А.З. Дәүләтбирҙина) бер һүҙһеҙ, был категорияла еңеүсе булды. Ҡораласыҡ ауылы “Йәйғор” (Г.Х. Фәйзуллина), Кирюшкиндан “Родничок” (М.К. Семенова), Михайловканан (Л.И. Семенова), Новоселка ауылы “Уралочка” (В.Н. Семенова), Веселовка балалар баҡсалары (Т.М. Никитина) икенсе урын алды. Кескәй солистар, ҙур аудитория алдында тәү тапҡыр сығыш яһаһа ла, бер ҙә оялманы. Был категорияла иң яҡшылар- Хәйбуллина Диана (Ҡораласыҡ ауылы “Йәйғор, етәксеһе Г.Х. Фәйзуллина”), Мазлова Арина (Бала Сытырман ауылы “Алтын асҡыс”, А.З. Дәүләтбирҙина), Фәйзуллина Илүзә (Үрге Яуыш ауылы, “Чебурашка”, А.В. Краснова), Насиров Марат (Фёдоровка ауылы “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы, С.А. Гонышева), Йәһүҙин Нуриман (Аҡбулат ауылы, Г.Х. Иманғолова). Аҡсурин Эльдар (Батыр ауылы, Д.Ш. Хәмитова), Ҡадиров Динислам (Фёдоровка ауылы “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы, Е.П. Митюкова), Мүрсәлимова Әҙилә (Ҡораласыҡ ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһы, Г.Х. Фәйзуллина), Сергеев Иван (Үрге Алаштан ауылы, С.А. Буркина), Павлов Егор (Тәнәй ауылы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы, А.Н. Мурзадерова), Исмәғилев Камил (Ключевка, Н.Т. Семенова), Мөхәмәтйәнов Шамил (Гончаровка ауылы “Еләккәй” балалар баҡсаһы, Ф.М. Кәшәева), Черемухин Кирилл (Гавриловка ауылы, В.Е. Филимошина), Карноварова Карина (Аҡбулат ауылы, Г.Х. Иманғолова) икенсе урын яуланы. Өсөнсө урынға Иванова Алена (Дедово ауылы “Теремок” балалар баҡсаһы, Р.Й. Мәсәғүтова), Атаманченко Алена (Үрге Яуыш ауылы, “Чебурашка” балалар баҡсаһы, А.В. Краснова), Ғәббәсова Айзилә (Оло Сытырман ауылы, А.Р. Митрофанова, Г.И. Раҡаева) сыҡты.


Лилиә

КАНТИМЕРОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: