+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
4 Май 2018, 11:44

Үҙенсәлекле, иҫтәлекле көн

Армияла хеҙмәт итеү һәр егет өсөн мөһим, сөнки унда холҡо сыныға, ысын патриот, ил һаҡсыһы тәрбиәләнә. Армияға сыҡырылыусылар көнөндә нәҡ шул хаҡта һүҙ барҙы. Буласаҡ һалдаттар хөрмәтенә бағышланған байрам сараһы район мәҙәниәт йортонда уҙҙы.

Традиция буйынса егеттәр Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстанда, Чечняла һәм башҡа локаль конфликттарҙа һәләк булған яугир-яҡташтарыбыҙҙың һәйкәленә сәскә һалды, бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Фёдоровка райондары буйынса хәрби комиссар Р.Ғ. Кантимеров егеттәргә ысын ир-егеттең үҙенсәлекле, иҫтәлекле көндәре булыуын билдәләп үтте. Шулар араһында армияға саҡырыу көнө лә бар. Рөстәм Ғәҙән улы хәрби бурыстарын уңышлы, намыҫлы үтәүҙәрен теләне. Башҡортостандың, айырыуса районыбыҙ егеттәренең һәр саҡ тәртиплелеге, яҡшы физик әҙерлеге, юғары әхлаҡи, ихтыяр көсө кеүек сифаттар менән айырылып тороуын әйтте. Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән ғәскәр подразделениелары командирҙары беҙгә рәхмәт хаттары һәм тик яҡшы һүҙҙәр генә юллай. Әлеге армияға саҡырылыусыларға ул был традицияларҙы дауам итеүҙәрен, өйҙәренә хаттар яҙыуҙарын, шылтыратып тороуҙарын теләне.

Фёдоровка районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмғиәте рәйесе Р.М. Ғибаҙуллин яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының һәм яугир-интернационалистарҙың данлыҡлы батырлыҡтары хаҡында иҫкә алды. Егеттәргә улар хаҡындағы хәтергә тап төшөрмәҫкә, көслө, ихтыярлы булырға саҡырҙы.

Дин әһелдәре лә армияға китеүсе егеттәргә юл теләктәрен еткерҙе. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмауҙарын, хеҙмәттәрен намыҫлы үтеүҙәрен, өйҙәренә һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Йәштәр эштәре һәм спорт комитеты рәйесе Ғ.Т. Рамаҙанов пневматик ҡоралдан атыуҙа, кәүҙәне күтәреүҙә, оҙонлоҡҡа һикереүҙә (ярыштар ошо көндә сара башланыр алдынан булды) яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеүселәрҙе Почет грамоталары менән бүләкләне. Дөйөм зачетта беренсе урынға Дмитрий Кубов, икенсе урынға- Альберт Ишембәтов, өсөнсө урынға Юлай Дәүләтшин сыҡты.

Артиллерия ғәскәре өлкән разведчигы Вилдан Хәйеров менән хәрби разведка бүлеге командиры Евгений Сементеев армияла хеҙмәт итеүҙәре хаҡында һөйләне. Улар егеттәрҙе Рәсәй Хәрби көстәр һалдаты булыу почетлы бурысы менән ҡотланы һәм һәр ир-егеттең тормошондағы был мөһим этаптан һуң тыуған яҡтары көтөүен әйтте, иң мөһиме - уңышлы, тыныс хеҙмәт теләне.

Район мәҙәниәт йорто сәхнәһенән был көндә армияға саҡырылыусыларға ҡарата йылы һүҙҙәр, матур йырҙар яңғыраны. Егеттәрҙең был көндә армияға саҡырыу ҡағыҙы алғандары ла бар ине. Уның ниндәй буласағы бер кемгә лә билдәһеҙ. Әммә тәжрибә күрһәтеүенсә, егеттәребеҙ һәр саҡ хеҙмәтте намыҫлы үтә, Рәсәй армияһы һалдаты званиеһын ғорур йөрөтә.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: