Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына әҙерләнеү сиктәрендә Фёдоровка район үҙәк китапханаһы белгестәре “Эргәбеҙҙә ветеран йәшәй” хәрби-патриотик акцияһын үткәрҙе. Йәш китап яратыусылар Дарья Луконина, Эллина Силяева менән Софья Пяткова китап уҡыусылар залы китапханасыһы Екатерина Иманғолова менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы М.Г. Сиразетиновтың өйөнә барҙы. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары Л.Н. Герасимовала, Х.З. Ҡадировала, Е.А. Кулагинала, О.П. Пыресевала һәм тыл хеҙмәткәре Е.И. Блинниковала булды.
Уҡыусылар һуғыш тураһында шиғыр уҡыны, ветерандарға Еңеү яулағандары өсөн рәхмәт белдерҙе, сәскәләр һәм асылмалар бүләк итте, байрам менән ҡотланы.
Бабай-әбейҙәр ҡунаҡтарға шат булды. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙы иҫкә алғанда, уларҙың күҙҙәренә йәш тулды.
Ошо уҡ көндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Р.Т. Хәлитова, Пенсия фонды идаралығы начальнигы С.Т. Әхмәров һәм Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге начальнигы Н.Н. Петрова барҙы. Ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән улар А.М. Камышлованың, М.С. Рафиҡованың һәм М.Г. Сиразетдиновтың өйөндә булды. Осрашыу барышында теләктәре, проблемалары тураһында тыңланы. Ветерандар можтажлыҡтарының иғтибарһыҙ ҡалмауы, хәстәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.