+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Саралар
11 Май 2018, 13:09

Еңеүгә арнап - елдән етеҙ

8 Майҙа Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын байрам итеү алдынан илебеҙҙең күпселек төбәктәрендә автоуҙыш ойошторолдо. Фёдоровкалар ҙа бынан ситтә ҡалманы. Тәү тапҡыр район хакимиәтенең йәштәр эштәре һәм спорт комитеты ойошторған автоколонна район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙандан ҡуҙғалып китте.

Ун автомобиль, салонында РФ, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең флагтарын, георгий таҫмаларын тағып, шул иҫәптән редакциябыҙ машинаһы ла, Фёдоровка-Ҡораласыҡ йүнәлеше буйынса ҡуҙғалды. Ауылда билдәһеҙ һалдат һәйкәле эргәһенә был хәрәкәткә битараф булмаған кешеләр- Ҡораласыҡ ауыл советы ауыл биләмәһе, мәҙәниәт учреждениеһы вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары һ.б. сыҡҡайны. «Балаларыбыҙ һуғыш михнәттәрен күрмәһен, тыныслыҡта, һәр тыуған көнгә ҡыуанып йәшәһен», - тигән теләк белдерҙе ауылда йәшәүсе берҙән-бер иҫән ҡалған ветеран Муллағүмәр Мусин. Бабай 1924 йылғы, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул район ветерандар Советы рәйесе Михаил Куропаткин менән йәнле әңгәмәләште, мәрәкәләп һөйләште. Ауыр һуғыш йылдарын үтеп тә, уның рухи көсө һынмауына аптырарлыҡ. Артабан да күңел күтәренкелеге, сәләмәтлеге уны ташламаһын. Еңеү байрамы менән Михаил Давыдович һәм ауыл ветерандар советы рәйесе Рәфис Абдуллин барыһын да ихлас ҡотланы. Шунан һәйкәлгә сәскә һалыу булды.

Артабан беҙ Балыҡлы ауылы яғына йүнәлдек. Унда ла беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршыланылар. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы- кемдер яҡынын юғалтҡан, уның һәләк булыуы тураһында ҡара ҡағыҙ йәиһә хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хәбәр алған... Нисек инде балыҡлылар һалдат һәйкәле эргәһенә йыйылмаһын?! Йыйылыусыларҙы Еңеү байрамы менән урындағы ауыл биләмәһе башлығы Әсләм Хәбибуллин, хәрби комиссариат комитеты вәкиле Ғафур Фәйзуллин, Михаил Куропаткин йылы ҡотланы. Мәктәп уҡыусылары тулҡынландырғыс шиғырҙар һөйләне. Бында ла һәләк булғандарҙы иҫкә алып, һәйкәлгә сәскә һалыу булды.

Автоуҙыш Бала Сытырман ауылында тамамланды, унда ҡатнашыусылар мемориалға сәскә һалды. «Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн көс һалған, һуғышҡан олатайҙар, өләсәйҙәр иҫән саҡта улар менән аралашығыҙ, тормоштары менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Илебеҙҙең данын һәм намыҫын һаҡлап ҡалыусылар менән ғорурланығыҙ”, - тигән теләктәр яңғыраны йәш быуынға ауыл биләмәһе башлығы Ғәҙел Ниғмәтуллиндың, Михаил Куропаткиндың, Ғафур Фәйзуллиндың сығышында.

Автоуҙышта ҡатнашҡан автомобилдәрҙең машиналарына беркетелгән ҙур әләмдәр район үҙәге һәм ауылдар халҡының иғтибарын йәлеп итте. Киләсәктә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар хаҡындағы хәтерҙе һаҡлаусылар һаны артыр, был акция уларҙы берләштерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Әйткәндәй, автоуҙышта район балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһынан Әҡсән Аҡсурин етәкселегендәге «Истоки» крайҙы өйрәнеү берләшмәһе ағзалары беренселәрҙән булып ҡатнашыу теләген белдерҙе. Улар һәр ауылда акцияла ҡатнашыусыларҙы яҡындарының портреттары менән ҡаршы алды. Тимәк, был берләшмәлә балалар юҡҡа шөғөлләнмәй, улар ҙур теләк менән тыуған яҡтарын өйрәнә, һуғышты үткән яҡташтарының яҙмышына битараф түгелдәр. Афарин, уҡыусылар, һеҙҙән өлгө алырға кәрәк.

Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Автор фотолары.
Читайте нас: