Иртәнән майҙанға әйҙәп, һуғыш йылдары көйҙәре яңғыраны. Фёдоровкалар үҙҙәре лә, башҡа ауылдан килгән халыҡ та һуғыш яуынан әйләнеп ҡайтмаған, концлагерҙа һәләк булған йәиһә хәбәрһеҙ юғалған ата-бабаларын иҫкә алырға ашыҡты. Сәләмәтлектәре ҡаҡшаған, әммә һыҙланыуҙарына түҙеп, ошо байрамды быйыл да беҙҙең менән ҡаршы алырға килгәндәрҙе күреүе күңелгә еңеллек бирҙе.
Майҙанға Берлиндағы Рейхстагҡа ҡаҙалған Еңеү байрағының күсермәһе сығарылды. Был почетлы миссия интернационалист Н.П. Кирәевҡа йөкләтелде. Байраҡтар төркөмөндә запастағы икенсе ранг капитаны А.Д. Солдатов һәм запастағы өлкән мичман А.В. Антипов сафта уҙҙы. Шунан, традиция буйынса, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙ һәйкәленә Дан Веногы, Геройҙар, хәрби-интернационалистар аллеяһына сәскәләр һалынды. Ҡоралдар залпы яңғыраны.
Тантаналы митинг-ты район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов асты. Ул ветерандарҙы, тыл хеҙмәткәрҙәрен, тол ҡатындарҙы һәм һуғыш балаларын ихлас ҡотланы. “Бөйөк Ватан һуғышынан беҙҙе 73 йыл аралай. Әммә Еңеү көнө ошо йылдар дауамында үҙенең баһаһын юғалтманы, ул- халҡыбыҙҙың ныҡлыҡ һәм геройлыҡ символы. Яҡташтарыбыҙ башҡалар менән бергә ауыр һынауҙар үтте, еңеүгә ышанысын юғалтманы. 10 мең тирәһе федоровкалы рядовой яугир һәм командир булып фронтҡа китте, 4,5 мең яугир Илебеҙҙе һаҡлап башын һалды”. Ул Советтар Союзы Геройы, Дан ордены кавалерҙары званиеһына лайыҡ булғандарҙы атап үтте. Һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға тәҡдим итте. Шулай уҡ Венер Фәрит улы әле иҫән ветерандарҙың исемен атаны, артабан да уларҙы хәстәрләйәсәктәрен әйтте.
Шулай уҡ ветерандарға Еңеү өсөн рәхмәт белдереп, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләнеләр үҙ сығыштарында БР Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Фёдоровка райондары буйынса хәрби комиссариат бүлеге начальнигы С.М. Кочергин, район ветерандар Советы рәйесе М.Д. Куропаткин, Фёдоровка 2-се мәктәбе уҡыусыһы Курмаев Арсений.
“Улар яратырға ла өлгөрә алмайынса китте” әҙәби- хореографик композицияһында район мәҙәниәт йорто, район хакимиәте, 92-се янғын часы, “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенең Салауат ҡалаһындағы филиалы Фёдоровка комплекслы хеҙмәте, “Теплоэнерго” йәмғиәте, Фёдоровка РЭС, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Фёдоровка районындағы милек менән идара итеү комитеты, юл-төҙөү ремонтлау идаралығы, редакция, мәғариф бүлеге, ауыл хужалығы идаралығы, ветеринария станцияһы, район дауаханаһы, БР буйынса Ҡаҙнасылыҡ идаралығы, “РОСГОССТРАХ” компанияһы, “Гермес” ҡулланыусылар кооперативы хеҙмәткәрҙәре, Фёдоровка 1-се һәм 2-се мәктәптәре коллективтары ҡатнашты. Уларҙың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
... Ауылда бесән өҫтө. Аяҙ көндә күк күкрәгәндәй, бер малайҙың тауышы яңғырай: “Һуғыш башланған, һуғыш! Радионан ағай әйтте!”. Бөтә ауыл менән ҡатындар, ҡарттар ирҙәрен, улдарын, ҡустыларын илебеҙҙе һаҡларға оҙата. Һалдаттар ғүмерен аямайынса һуңғы һулышҡа тиклем көрәшә. Фронт концерт бригадаһының сығышы яугирҙәргә көс-ҡеүәт өҫтәй. Ғаиләһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға вәғәҙә биргән, туғандарына, яҡындарына бөтә күңеле менән тоғро булған һалдат ғазраилдың янауына бирешмәй. Ҡара һәм аҡ көстәрҙең алышы көтөп алынған еңеү менән тамамлана! Германияның капитуляцияһы тураһында хәбәр итеүсе Левитандың тауышы яңғырай. Халыҡтың ҡыуанысының, бәхетенең иге-сиге юҡ...
Традиция буйынса, күҙ йәше менән һуғарылған байрамды парад дауам итте. Еңеү байрағы ғорур елберҙәй, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, уҡыусылар тигеҙ сафта үтә. Аттар ылауы күренә, шуларҙың тәүгеһендә совет халҡының девизы: “Барыһы ла һуғыш өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!” Рәсәйҙең ҙур ҡалаларындағыса тиерлек, майҙандан хәрби техника үтә. Бында һалдаттар, медицина йыһаздары, баҫыу кухняһы тейәлгән йөк машиналары, пушка, Т-34 танкы, мотоциклдар ҙа бар. Айырыуса иғибарҙы легендар “Катюша” йәлеп итә.
“Еңеү йыры”на күптәр ҡушылды. Мәктәп уҡыусылары ғына түгел, Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән яҡындары менән ғорурланған өлкәндәр ҙә яугирҙәрҙең портреттарын тотоп, “Үлемһеҙ полк”та үтте. Шунан, “Бөйөк Еңеү” йыры яңғырағандан һуң, Фёдоровка күгендә байрам салюты бирелде.
Фёдоровкалар һалдат бутҡаһын тәмләне. Тамаҡ ялғап алғандан һуң, үҙешмәкәр артистарҙың сығышын ҡараны. Фёдоровка урмансылығы, “ГИП-электро”, “Жилсервис” йәмғиәттәре, район хәрби комиссариаты, Фёдоровка эске эштәр бүлеге, редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында байрам матур үтте.
Был афәтле һуғышты үткән ветерандарҙың, тыл ауырлыҡтарын кисергән ҡатындарҙың, һуғыш балаларының күңелендә әрнеүле Еңеү мәңге һаҡланасаҡ. Беҙ, йәш быуын, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, ата-бабаларыбыҙҙың геройлығын һәм батырлығын онотмаясаҡбыҙ, Ерҙә тыныс тормошто дауам иттерәсәкбеҙ.
Светлана ЗАЙЦЕВА, Алһыу САБЛИНА